1
І Коринҫостарға 13:4-5
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай. Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, кенә тотмай.
Compare
Explore І Коринҫостарға 13:4-5
2
І Коринҫостарға 13:7
Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.
Explore І Коринҫостарға 13:7
3
І Коринҫостарға 13:6
Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана.
Explore І Коринҫостарға 13:6
4
І Коринҫостарға 13:13
Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.
Explore І Коринҫостарға 13:13
5
І Коринҫостарға 13:8
Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр.
Explore І Коринҫостарға 13:8
6
І Коринҫостарға 13:1
Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған һуҡма тәрилкәләр сыңы.
Explore І Коринҫостарға 13:1
7
І Коринҫостарға 13:2
Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.
Explore І Коринҫостарға 13:2
8
І Коринҫостарға 13:3
Бөтә мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.
Explore І Коринҫостарға 13:3
9
І Коринҫостарға 13:11
Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным.
Explore І Коринҫостарға 13:11
Home
Bible
Plans
Videos