YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 11

11
1Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.
Башҡа ябыныу тураһында
2Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым. 3Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла. 4Башын ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә. 5Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр. 6Ҡатын башына ябынырға теләмәй икән, сәсен ҡырҡтырып ташлаһын, ә инде сәсенең алыныуы йәки ҡырылыуы оят булһа, ул саҡта башына ябынһын. 7Шулай итеп, ир кеше башына кейергә тейеш түгел, сөнки ул – Алла һыны һәм даны, ә ҡатын – ирҙең даны. 8Ир – ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән ҡылынған, 9һәм ир – ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған. 10Шуға күрә, фәрештәләр арҡаһында, ҡатын кеше үҙ башына хаким булырға тейеш#11:10 Был һөйләм: «Шуға күрә, фәрештәләр хаҡына ҡатын кеше баш өҫтөндә хакимлыҡ билдәһе йөрөтөргә тейеш», тип тә тәржемә ителә.. 11Хәйер, Раббыла ир – ҡатынға, ҡатын иргә бәйле. 12Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, әммә бөтә нәмә лә Алланан барлыҡҡа килә. 13Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме? 14Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң? 15Ҡатын кешенең сәсе оҙон булһа, был уның өсөн дан түгелме ни? Сәс уға япма рәүешендә бирелгән дә баһа. 16Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.
Раббыны аш табынында иҫкә алыу
17Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. 18Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам. 19Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк. 20Әммә һеҙҙең бергә йыйылыуығыҙ Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит. 21Һәр берегеҙ үҙ ризығына йәбешә, шунан берәүҙәр ас ҡала, икенселәр иҫергәнсе ашап-эсә. 22Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым.
23Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып 24шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 25#Сығ 24:8; Йер 31:31, 33-34.Шулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». 26Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ.
27Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның туҫтағынан эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ. 28Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. 29Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә. 30Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел. 31Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ, хөкөмгә дусар булмаҫ инек. 32Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.
33Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. 34Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in