1
І Коринҫостарға 11:25-26
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ.
Compare
Explore І Коринҫостарға 11:25-26
2
І Коринҫостарға 11:23-24
Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».
Explore І Коринҫостарға 11:23-24
3
І Коринҫостарға 11:28-29
Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә.
Explore І Коринҫостарға 11:28-29
4
І Коринҫостарға 11:27
Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның туҫтағынан эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ.
Explore І Коринҫостарға 11:27
5
І Коринҫостарға 11:1
Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.
Explore І Коринҫостарға 11:1
Home
Bible
Plans
Videos