YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 3

3
Алланың тоғролоғо
1Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң? 2Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған. 3Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? 4Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр,
һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».
5Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.) 6Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине. 7Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хәҡиҡәте асығыраҡ күренеп, Уның даны һаман арта бара икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? 8Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.
Хаҡ кеше юҡ
9Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. 10Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Хаҡ бер кеше лә юҡ,
бер генә лә.
11Аңлы бер кем дә юҡ,
Алланы эҙләмәй бер кем дә.
12Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды;
яҡшылыҡ эшләүсе юҡ,
бер кем дә юҡ.
13Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер,
телдәре менән алдайҙар,
ирендәрендә – йылан ағыуы.
14Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған.
15Аяҡтары ҡан ҡойошҡа йәһәттәр,
16улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала,
17именлек юлын белмәйҙәр.
18Алланан ҡурҡыу – улар өсөн ят төшөнсә».
19Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. 20Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.
Иман аша аҡланыу
21Әммә хәҙер ҡанундан тыш та Алланың кешеләрҙе аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. 22Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ. 23Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит. 24Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды. 25Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, 26Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.
27Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. 28Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. 29Алла – йәһүдтәрҙең Аллаһы ғынамы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, 30сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай. 31Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.

Currently Selected:

Римдарға 3: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in