1
Яҡуб 1:2-3
Инжил
BskNT14
Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ, сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ.
Compare
Explore Яҡуб 1:2-3
2
Яҡуб 1:5
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә.
Explore Яҡуб 1:5
3
Яҡуб 1:19
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын
Explore Яҡуб 1:19
4
Яҡуб 1:4
Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш.
Explore Яҡуб 1:4
5
Яҡуб 1:22
Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә.
Explore Яҡуб 1:22
6
Яҡуб 1:12
Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Explore Яҡуб 1:12
7
Яҡуб 1:17
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк.
Explore Яҡуб 1:17
8
Яҡуб 1:23-24
Кемдер Алла һүҙен ишетеп тә уны үтәмәй икән, ул үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, йөҙөнөң ниндәй икәнлеген шунда уҡ онота.
Explore Яҡуб 1:23-24
9
Яҡуб 1:27
Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.
Explore Яҡуб 1:27
10
Яҡуб 1:13-14
Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән», – тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай. Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра.
Explore Яҡуб 1:13-14
11
Яҡуб 1:9
Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын.
Explore Яҡуб 1:9