Ғәмәлдәр 27
27
Павелдың Римға ебәрелеүе
1Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар. 2Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине. 3Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.
4Сидондан беҙ тағы диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ яғына табан йөҙөп киттек. 5Киликия һәм Памфилия ярҙары буйлап диңгеҙҙе кистек һәм Ликия өлкәһендәге Миры ҡалаһына барып еттек. 6Мирыла йөҙбашы Искәндәриәнән килгән һәм Италияға китәсәк карапты табып, беҙҙе шунда ултыртты. 7Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книд ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел арҡаһында был йүнәлештә барыу мөмкин булмағанға күрә, Салмона моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек. 8Ҡыйынлыҡ менән яр буйлап йөҙөп, Яҡшы гавандәр тигән урынға килдек. Унан йыраҡ түгел ерҙә Ласея ҡалаһы урынлашҡайны.
Диңгеҙҙә дауыл ваҡытында
9Байтаҡ ваҡыт үтте. Ураҙа көнө#27:9 Ураҙа көнө – тәүбә итеү ваҡытындағы бер көнлөк ураҙа. Ул төрлө йылда төрлөсә – йә сентябрь, йә октябрь айына тап килгән. лә уҙып китте һәм, диңгеҙ буйлап юлды дауам итеү хәүефле булғанлыҡтан, Павел шундай кәңәш бирҙе:
10– Әфәнделәр! Хәҙер диңгеҙҙә булыу йөк һәм карап өсөн генә түгел, ә үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм.
11Ләкин йөҙбашы Павелдың кәңәшенә ҡарағанда ҡойроҡ тотоусының һәм карап хужаһының һүҙенә күберәк ҡолаҡ һалды. 12Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.
13Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек. 14Әммә күп тә үтмәне, төньяҡ-көнбайыш еле тип аталған бик көслө ел ҡупты. 15Ул беҙҙең карапты эләктереп үҙ ыңғайына йөҙҙөрөп алып китте. Карап елгә ҡаршы тора алманы. 16Клавда тигән кескәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғына килеп сығып, ҡыйынлыҡ менән генә ҡотҡарыу кәмәһен урынлаштырып ҡуя алдыҡ. 17Уны палубаға күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп ҡуйҙылар. Сирт тип аталған һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, елкәнде төшөрҙөләр һәм шул хәлдә диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөнөк. 18Һаман көслө дауыл булғанлыҡтан, икенсе көндө йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. 19Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап йыһаздарын ырғыттылар. 20Күп көндәр ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәгәс, көслө дауыл һаман дауам иткәс, ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙ юғалды.
«Берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ»
21Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Павел улар араһына тороп баҫып:
– Әфәнделәр! Минең һүҙемде тыңларға һәм Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине. Шулай иткән булһаҡ, был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаған булыр ине. 22Ә хәҙер минең һеҙгә кәңәшем шундай: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, – тине. – 23Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. 24Ул: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине. 25Бына шуға ла, әфәнделәр, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мин Аллаға инанам, барыһы ла миңә әйткәнсә буласаҡ. 26Беҙ ниндәйҙер утрауға барып сығасаҡбыҙ, – тине Павел.
27Адриатика диңгеҙендә йөҙөп йөрөгәндә, ун дүртенсе төндөң урталары еткәс, диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашыуыбыҙҙы һиҙә башланы. 28Улар тәрәнлекте үлсәне – егерме сажин, ә арыраҡта ун биш сажин самаһы ине. 29Ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь төшөрҙөләр һәм тиҙерәк көн тыуыуын теләп доға ҡылдылар.
30Диңгеҙселәр, караптан ҡасырға теләп, морон тарафынан якорь төшөрөргә уйлайбыҙ, тигән һылтау менән диңгеҙгә кәмә төшөргәс, 31Павел йөҙбашыға һәм ғәскәриҙәргә:
– Улар карапта ҡалмаһа, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине.
32Шунан һуң ғәскәриҙәр кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте.
33Көн тыуыр алдынан Павел һәммәһен ризыҡ ашарға ҡыҫтаны.
– Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде ҡазанан ҡотолоу көтәһегеҙ һәм һис ни ашамайһығыҙ. 34Шунлыҡтан мин һеҙҙең ашауығыҙҙы үтенәм: был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн зарур. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.
35Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы. 36Был мәлдә бөтәһенең дә күңеле күтәрелде һәм улар ҙа ашарға ултырҙы. 37Беҙ карапта бөтәһе ике йөҙ етмеш алты йән инек. 38Ашап туйғас, диңгеҙселәр карапты еңеләйтеү өсөн, бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы.
Караптың емерелеүе, кешеләр иҫән ҡалыуы
39Көн тыуғас, диңгеҙселәр алдарындағы әлеге ерҙе таныманы, ләкин унда һөҙәк ярлы ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр һәм, булдырып булһа, карапты тап шул яр буйына йүнәлтергә ниәтләнеләр. 40Якорҙарҙы сабып өҙҙөләр, караптың ҡойроғонда урынлашҡан бороу ишкәктәрен ысҡындырҙылар һәм алғы елкәнде ел ыңғайына көйләнеләр. Карап ярға табан юл алды, 41ләкин ҡомға барып ултырҙы. Караптың мороно ҡуҙғатмаҫлыҡ булып батты, ә ҡойроҡ өлөшө тулҡын көсөнән емерелә башланы.
42Ғәскәриҙәр, тотҡондарҙан берәйһе йөҙөп ҡасып китмәһен тип, уларҙы үлтерергә ниәтләне. 43Әммә йөҙбашы, Павелды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты һәм тәүҙә йөҙә белгәндәргә һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.
44– Ҡалғандарығыҙ йә таҡталарға, йә караптағы берәй нәмәгә тотоноп йөҙөгөҙ, – тине.
Шулай итеп, барыһы ла ҡотолоп ергә сыҡты.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 27: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014