1 Петр 3
3
Ҡатындар һәм ирҙәр
1-2Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер. 3Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел, 4ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле. 5Ҡасандыр Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа, ирҙәренә буйһоноп, үҙҙәрен шулай биҙәгән. 6Миҫалға, Сара ла Ибраһимды әфәндем тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә изгелек ҡылып, һәм һис ниҙән ҡурҡмайынса, Сараның балалары булғанһығыҙ.
7Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.
Ғәҙеллек өсөн ғазап сигеү
8Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ. 9Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ.
Изге Яҙмала әйтелгән:
10«Кем тормошто яратырға
һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй,
телен яманлыҡтан,
ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.
11Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын,
тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.
12Сөнки Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә,
ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән,
әммә Раббының йөҙө яманлыҡ ҡылыусыларға
ҡаршы тора».
13Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр? 14Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 15Әммә йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, 16әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр. 17Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ. 18Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде. 19Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте. 20Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан. 21Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды. 22Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.
Currently Selected:
1 Петр 3: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014