1 Петр 2
2
Тере таш һәм изге халыҡ
1Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ! 2Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ. 3Һеҙ бит Раббының изгелеген татынығыҙ. 4Уға – кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған ҡиммәтле мәңге тере Таш янына килеп, 5һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ. 6Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Бына Мин, һайлап алып,
Сионда#2:6 Сион – Иерусалимдың – Алла ҡалаһының – дини һәм символик әһәмиәттә ҡулланылған исеме. нигеҙҙең ҡиммәтле мөйөш ташын һалам.
Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаясаҡ».
7Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн:
«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
8Ул – кешеләр абынасаҡ таш,
улар абынып йығыласаҡ ҡая».
Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән. 9Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы. 10Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.
Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ
11Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам. 12Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.
13Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға 14шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ. 15Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейеш. 16Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ, 17һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Мәсихтең ғазап сигеүе – беҙгә үрнәк
18Ҡолдар, яҡшы күңелле һәм әҙәпле хужаларығыҙға ғына түгел, аяуһыҙҙарына ла ҡурҡыу ҡатыш тәрән хөрмәт менән буйһоноғоҙ. 19Берәйһе нахаҡҡа ғазап сиккәндә, намыҫы менән Аллаға бәйле булһа, Алла быны хуш күрә. 20Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә. 21Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте. 22Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Ул гонаһ ҡылманы,
һәм Уның телендә мәкерлек табылманы».
23Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы. 24Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ. 25Һеҙ аҙашып йөрөгән һарыҡтар һымаҡ инегеҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.
Currently Selected:
1 Петр 2: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014