1 Яхъя 5
5
Мәңгелек тормош – Алла Улында
1Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата. 2Беҙ Алла балаларын яратабыҙмы икәнде бына нисек беләбеҙ: Алланы яратабыҙ һәм Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ. 3Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел, 4сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеү – беҙҙең иманыбыҙ ул. 5Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.
6Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул. 7Өс шаһит бар: 8Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла. 9Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк. Бигерәк тә был – Алланың Үҙенең Улы тураһындағы шаһитлығы. 10Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған. 11Был шаһитлыҡ иһә шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ. 12Алла Улы барҙың тормошо бар, Алла Улы булмағандың тормошо юҡ.
13Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белһен өсөн яҙҙым. 14Һәм беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә. 15Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙың беҙҙеке икәнен дә беләбеҙ.
16Әгәр берәү имандашының гонаһ ҡылғанын, әммә ул гонаһтың үлем килтермәүен күрә икән, ул кеше доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына тормош бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәүсе гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ хаҡында доға ҡылһындар тимәйем. 17Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә бөтөн гонаһ та үлемгә килтермәй.
18Алланан тыуғандарҙың гонаһ ҡылмауын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Ул уны һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай. 19Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ. 20Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.
21Балаларым, үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан һаҡлағыҙ.
Currently Selected:
1 Яхъя 5: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014