YouVersion Logo
Search Icon

2 Яхъя 1

1
1Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата. 2Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, сөнки беҙҙә – хәҡиҡәт һәм ул мәңге беҙҙең менән буласаҡ.
3Атабыҙ Алланан һәм Атаның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек беҙҙең менән хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә булһын.
Хәҡиҡәт һәм мөхәббәт
4Һинең балаларың араһында беҙ Атанан ҡабул иткән әмер буйынса хәҡиҡәттә йәшәүселәрҙе тапҡаныма бик ҡыуандым. 5Хәҙер, ханым, мин һиңә яңы әмер түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткән әмерҙе яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ. 6Мөхәббәт ул Алланың әмерҙәре буйынса йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.
7Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар – ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары. 8Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ. 9Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй. 10Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ. 11Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушыла.
Һуңғы һүҙҙәр
12Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡараға мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең үҙегеҙ менән һөйләшергә өмөтләнәм.
13Алла тарафынан һайланған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.

Currently Selected:

2 Яхъя 1: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in