1
Яҡуп 1:2-3
Изге Яҙма
Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ. Иманығыҙҙың һыналыуы сыҙамлылыҡ тыуҙырыуын беләһегеҙ бит.
Compare
Explore Яҡуп 1:2-3
2
Яҡуп 1:5
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.
Explore Яҡуп 1:5
3
Яҡуп 1:19
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын
Explore Яҡуп 1:19
4
Яҡуп 1:4
Ә сыҙамлыҡ, һеҙ өлгөрөп еткән һәм камил, бер ниндәй кәмселекһеҙ булһын өсөн, үҙ эшен ахырына еткерһен.
Explore Яҡуп 1:4
5
Яҡуп 1:22
Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.
Explore Яҡуп 1:22
6
Яҡуп 1:12
Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Explore Яҡуп 1:12
7
Яҡуп 1:17
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.
Explore Яҡуп 1:17
8
Яҡуп 1:23-24
Алла һүҙен ишетеп тә, уны үтәмәгән үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, ниндәй икәнен дә онота.
Explore Яҡуп 1:23-24
9
Яҡуп 1:27
Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.
Explore Яҡуп 1:27
10
Яҡуп 1:13-14
Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Был ҡотҡоно миңә Алла ебәргән», – тимәһен, сөнки Алланы бер ниндәй яуызлыҡ ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай. Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.
Explore Яҡуп 1:13-14
11
Яҡуп 1:9
Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын
Explore Яҡуп 1:9
Home
Bible
Plans
Videos