«Был халыҡ янына бар ҙа әйт:
Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ,
ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.
Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан.
Ҡолаҡтары көскә ишетә,
улар күҙҙәрен дә йомған.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар –
Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».