1
Эфестарға 6:12
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге яуыз рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.
Compare
Explore Эфестарға 6:12
2
Эфестарға 6:18
Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Explore Эфестарға 6:18
3
Эфестарға 6:11
Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алла биргән хәрби кейемдәргә кейенегеҙ.
Explore Эфестарға 6:11
4
Эфестарға 6:13
Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бар нәмәне тамамлағанға тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла биргән хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ.
Explore Эфестарға 6:13
5
Эфестарға 6:16-17
Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. Ҡотолоуҙы торҡа итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
Explore Эфестарға 6:16-17
6
Эфестарға 6:14-15
Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ. Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе белдерергә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ.
Explore Эфестарға 6:14-15
7
Эфестарға 6:10
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Explore Эфестарға 6:10
8
Эфестарға 6:2-3
«Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә ғүмерең оҙон булыр».
Explore Эфестарға 6:2-3
9
Эфестарға 6:1
Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.
Explore Эфестарға 6:1
Home
Bible
Plans
Videos