1
Эфестарға 2:10
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Беҙҙе Алла ҡулы булдырҙы. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтә бар ителдек.
Compare
Explore Эфестарға 2:10
2
Эфестарға 2:8-9
Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге. Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә бер кем дә маҡтанмаһын.
Explore Эфестарға 2:8-9
3
Эфестарға 2:4-5
Әммә сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте: беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.
Explore Эфестарға 2:4-5
4
Эфестарға 2:6
Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе.
Explore Эфестарға 2:6
5
Эфестарға 2:19-20
Тимәк, һеҙ – хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алланың изге халҡының милләттәштәре һәм Уның ғаилә ағзалары. Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.
Explore Эфестарға 2:19-20
Home
Bible
Plans
Videos