1
Ҡанун 7:9
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә.
Compare
Explore Ҡанун 7:9
2
Ҡанун 7:6
Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.
Explore Ҡанун 7:6
3
Ҡанун 7:8
Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.
Explore Ҡанун 7:8
4
Ҡанун 7:7
Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.
Explore Ҡанун 7:7
5
Ҡанун 7:14
Башҡа халыҡтарҙың барыһынан да фатихалыраҡ булырһың. Һиндә түлһеҙ ҡалған ир ҙә, ҡатын да, мал да булмаҫ.
Explore Ҡанун 7:14
Home
Bible
Plans
Videos