Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы, һин байлыҡ менән тултырмаған өйҙәрҙе, һин таштарын уйып яһамаған һыу соҡорҙарын, һин ултыртмаған йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын бирер. Унда туйғансы ашарһың. Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!