Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар. Әммә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, үгеҙең дә, ишәгең дә, һәр төрлө малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Үҙең кеүек ҡолоң да, ҡолиәң дә ял итһен.