1
Ҡанун 1:30-31
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла, сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө».
Compare
Explore Ҡанун 1:30-31
2
Ҡанун 1:11
Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙҙе әлегенән мең тапҡырға күберәк итеп үрсетһен дә, һеҙгә нисек әйткән булһа, шулай фатихаһын бирһен.
Explore Ҡанун 1:11
3
Ҡанун 1:6
– Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙгә: «Был тауҙа етерлек торҙоғоҙ! – тине.
Explore Ҡанун 1:6
4
Ҡанун 1:8
Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»
Explore Ҡанун 1:8
5
Ҡанун 1:17
Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».
Explore Ҡанун 1:17
Home
Bible
Plans
Videos