Беҙ һәр ваҡыт, доғаларыбыҙҙа һеҙҙе иҫкә алып, бөтәгеҙ өсөн дә Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ. Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.