Маҫҫайос 6:16-18
Маҫҫайос 6:16-18 БАШИЯ2023
Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу. Шунда һинең ураҙа тотоуыңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрер. Йәшерен булғанды ла күргән Атаң һиңә әжереңде бирер.