Филиппойҙарға 4
4
Өгөт-нәсихәттәр
1Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем! 2Әүәдиә менән Сүнтүхәнең – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын ялбарам. 3Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит. 4Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ! 5Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтә кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша. 6#Зәб 54:23.Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. 7Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар. 8Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ. 9Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
Бүләктәр өсөн рәхмәт белдереү
10Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға Раббыла ихлас ҡыуанам. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине. 11Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем. 12Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, муллыҡтамы, мохтажлыҡ кисерәмме – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем. 13Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам. 14Шулай ҙа, минең хәсрәттәремде уртаҡлашып, һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.
15Һеҙ үҙегеҙ, Филиппойҙа йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып, Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым. 16Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Тессалоникела булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ. 17Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем. 18Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан. 19Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк! 20Атабыҙ Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.
Сәләмләүҙәр
21Ғайса Мәсихтә изгеләрҙең һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. 22Һеҙҙе бөтә имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй. 23Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.
Aktualisht i përzgjedhur:
Филиппойҙарға 4: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023