Колоссайҙарға 1
1
1Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан 2Алланың Колоссайҙа йәшәүсе изге халҡына, Ғайса Мәсихтәге тоғро имандаштарыма сәләм. Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын!
Рәхмәт доғаһы
3Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ, 4сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм Алланың бөтә изгеләренә булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек. 5Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ. 6Һеҙгә килеп еткән Һөйөнөслө Хәбәр, һеҙ уны ишетеп, Алла мәрхәмәте тураһындағы хәҡиҡәтте аңлаған көнөгөҙҙән башланғандағы кеүек, бөтә донъяла тарала бара һәм уңышҡа өлгәшә. 7Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе. 8Алла Рухынан килгән мөхәббәтегеҙ тураһында ла беҙгә ул хәбәр итте.
9Шуға күрә, ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап, беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән бөтә аҡыл һәм аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ. 10Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ. 11Түҙемле һәм сабыр булыуығыҙҙы теләп, Уның шөһрәтенең ҡөҙрәте һеҙҙе нығытһын. 12Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ. 13Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде. 14Беҙ Уның Улы аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә.
Мәсих һәм Уның хеҙмәте
15Мәсих – күҙгә күренмәгән Алланың һыны һәм Ул Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине. 16Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһы ла Уның аша яратылған: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған. 17Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ булған, бөтә нәмәне Ул тотоп тора. 18Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән. 19Алла Үҙенең бөтә тулылығының Мәсихтә йәшәүен, 20Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.
21Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы, 22әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барыусы итеп ҡуйыу өсөн, Мәсихтең кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы. 23Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.
Паулустың имандаштар берҙәмлегенә хеҙмәт итеүе
24Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам. 25Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде. 26Был һүҙ быуаттар буйы быуындан-быуынға йәшерелеп килгән сер ине, хәҙер иһә Алланың изге халҡына асылды. 27Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла шөһрәтен уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ! 28Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан өлгөрөп етеп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә булған аҡылыбыҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ. 29Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.
Aktualisht i përzgjedhur:
Колоссайҙарға 1: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023