Иҫәп 36
36
Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың мираҫы
1Йософ улдарының нәҫелдәренән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәд нәҫеленең ғаилә башлыҡтары Мусаға һәм Әлғазар ҡаһинға, Исраил нәҫелдәре башлыҡтарына 2былай тине:
– Раббы ерҙе һин хакимыбыҙға йәрәбә буйынса Исраил улдары араһында биләмә итеп бүлергә бойорғанда, һин хакимыбыҙға туғаныбыҙ Селофхадтың өлөшөн уның ҡыҙҙарына бирергә ҡушҡан. 3Әгәр Селофхадтың ҡыҙҙары исраилдарҙың бүтән ырыуҙарынан берәйһенә кейәүгә сыҡһа, ул сағында ҡыҙҙарҙың өлөшө беҙҙән алынып, уларҙың ирҙәренекенә ҡушылыр, беҙгә йәрәбә буйынса тейгән ер кәмер. 4Исраилдар Яңырыу йылына ингәндә, ҡыҙҙарҙың өлөшө уларҙың ирҙәренең ырыуына күсер, ата-бабаларыбыҙ ырыуының биләмәләренән алыныр.
5Раббы ҡушыуы буйынса Муса исраилдарға былай тип бойорҙо:
– Йософ ырыуы вариҫтары дөрөҫ һөйләй. 6-7Селофхад ҡыҙҙары тураһында Раббы бына нимә тип бойора: «Улар күңелдәре тартҡан кешенең ҡатыны була ала, ләкин исраилдарҙың биләмәләре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен өсөн, үҙ аталары ырыуынан булған нәҫел кешеһенә генә кейәүгә сығырға тейеш, сөнки һәр кем үҙ ата-бабалары ырыуы биләмәләренә бәйле булырға тейеш. 8Исраил халҡы ырыуҙарының береһендә ҡыҙ кеше атаһының ерен мираҫ итеп ала икән, ул атаһы ырыуындағы берәй нәҫелдең кешеһенә кейәүгә сыҡһын, шул саҡта ғына исраилдар үҙ ата-бабалары ерендә хужа булып ҡалыр. 9Биләмә ерҙәре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен, һәр бер Исраил ырыуы үҙ ерҙәренә бәйле булһын».
10Раббы Мусаға нисек бойорһа, Селофхад ҡыҙҙары шулай эшләне. 11Селофхад ҡыҙҙары Махла, Тирса, Хогла, Милка һәм Ноға аталары яғынан ағайҙарының улдарына кейәүгә сыҡты. 12Улар Йософ улы Менашшеның нәҫел-нәсәбендә ҡатын булды, шуға күрә ерҙәре үҙ ата-бабалары нәҫеленең ырыуында ҡалды.
13Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында, Раббы Муса аша Исраил халҡына еткергән бойороҡ-ҡарарҙар ошоларҙан ғибәрәт.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 36: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023