Иҫәп 31
31
Мидйәндәрҙән үс алыу
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдар өсөн Мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың.
3Муса халыҡҡа былай тине:
– Арағыҙҙан яугирҙәр ҡоралландырығыҙ, улар мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа барыр, Раббының ул халыҡҡа булған үсен ҡайтарыр. 4Исраилдарҙың һәр ырыуынан берәр мең кешене һуғышҡа әҙерләгеҙ.
5Исраилдың һәр ырыуынан берәр мең кеше һайлап алынды, ҡораллы ун ике мең кеше яуға әҙерләнде. 6Һәр ырыуҙан берәр мең кешене Муса Әлғазар ҡаһиндың улы Пинхас менән һуғышҡа оҙатты. Пинхас Изге сатыр һауыттары менән хәүеф тураһында ҡысҡырта торған борғоларҙы алды. 7Исраилдар, Раббы Мусаға бойорғанса, мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа китте һәм уларҙың бөтә ирҙәрен ҡырҙы. 8Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр. 9Мидйәндәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын әсирлеккә алдылар, бөтә мал-тыуарын, көтөүҙәрен, бөтә йорт-ҡаралтыларын яумал иттеләр, 10йәшәгән урындарындағы барлыҡ ҡала-ауылдарын үртәнеләр, 11кешенән алып малғаса бөтә табышты – 12әсирҙәрҙе, яумалды – Моав тигеҙлегенә, Иордан буйында Йерихо ҡаршыһына ҡоролған тупламдарына, Муса менән Әлғазар ҡаһинға, Исраил йәмғиәтенә алып ҡайттылар.
13Уларҙы ҡаршыларға тупламдан Муса менән Әлғазар ҡаһин һәм йәмғиәттең бөтә башлыҡтары сыҡты. 14Муса һуғыштан ҡайтҡан хәрби етәкселәргә, мең һәм йөҙ баштарына бик ныҡ асыуланып:
15– Ниңә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тере ҡалдырҙығыҙ? – тине. – 16Тап шул ҡатындар, Билғам ҡотортоуы буйынса, исраилдарҙы Пеғорҙағы ваҡиға арҡаһында Раббыға хыянат иттерҙе бит! Раббы йәмғиәте шулар арҡаһында үләт ҡазаһына тарыны! 17Шуның өсөн бөтә ир балаларҙы, ир ҡуйынын күргән барлыҡ ҡатындарҙы үлтерегеҙ. 18Ир ҡуйынын күреп өлгөрмәгән ҡыҙ балаларҙы үлтермәгеҙ, үҙегеҙгә ҡалдырығыҙ. 19Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын. 20Барлыҡ кейем-һалымығыҙҙы, күндән, кәзә дебетенән булған, ағастан яһалған барлыҡ әйберҙәрегеҙҙе таҙартығыҙ.
21Әлғазар ҡаһин һуғыштан ҡайтҡан яугирҙәргә былай тине:
– Раббы Мусаға биргән ҡанундың ҡағиҙәһе шундай: 22алтынды, көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, аҡ һәм ҡара ҡурғашты – 23утҡа түҙгән бөтөнөһөн – таҙарындырыу өсөн ут аша үткәрегеҙ, шунан таҙарыныу һыуы менән йыуығыҙ. Утҡа сыҙамағанды һыуҙа йыуығыҙ. 24Етенсе көндө кейем-һалымығыҙҙы йыуығыҙ, таҙа булырһығыҙ, шунан һуң тупламға ҡайтығыҙ.
Яумалды бүлеү
25Раббы Мусаға былай тине:
26– Әлғазар ҡаһин һәм халыҡтың нәҫел башлыҡтары менән бергәләп әсиргә алынған кешеләрҙе, табышҡа төшкән малды һана. 27Яумалды яуҙа ҡатнашҡандар менән бөтә йәмғиәткә таратыр өсөн, тигеҙ итеп икегә бүл. 28Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең өлөшөнән һәр биш йөҙөнсө әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды ал да Раббыға һалым итеп, 29Уға саҙаҡа рәүешендә Әлғазар ҡаһинға тапшыр. 30Исраил халҡы өлөшөнән һәр илленсе әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бир.
31Муса менән Әлғазар ҡаһин Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.
32Һуғышта булғандар алып ҡайтҡан табыш-яумал түбәндәгесә ине: ваҡ мал – алты йөҙ етмеш биш мең, 33эре мал – етмеш ике мең, 34ишәктәр – алтмыш бер мең, 35кешеләр: ир ҡуйыны күрмәгән ҡыҙҙар – утыҙ ике мең.
36Уларҙың яртыһы һуғышта ҡатнашҡандарҙың өлөшөнә төштө: ваҡ мал – өс йөҙ утыҙ ете мең биш йөҙ, 37уларҙан Раббыға ваҡ малдан һалым – алты йөҙ етмеш биш; 38эре мал – утыҙ алты мең, ошонан Раббыға – етмеш ике баш; 39ишәктәр – утыҙ мең биш йөҙ, ошонан Раббыға – алтмыш бер баш; 40кешеләр – ун алты мең, ошонан Раббыға – утыҙ ике йән. 41Муса, үҙенә Раббы бойорғанса, был саҙаҡаны – Раббыға тигән һалымды – Әлғазар ҡаһинға тапшырҙы.
42Һуғыштан алып ҡайтҡандан Муса исраилдарға тип айырып алған 43йәмғиәткә төшкән өлөш түбәндәгесә ине: ваҡ мал – өс йөҙ утыҙ ете мең биш йөҙ, 44эре мал – утыҙ алты мең, 45ишәктәр – утыҙ мең биш йөҙ, 46кешеләр – ун алты мең. 47Муса, Раббы бойорғанса, исраилдар өлөшөнән кеше һәм мал-тыуарҙың илленән берен алып, Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бирҙе.
48Мусаға ғәскәр башлыҡтары – мең һәм йөҙ баштары килде лә 49былай тине:
– Беҙ хеҙмәтселәрең ҡул аҫтыбыҙға һин биргән яугирҙәрҙе иҫәпләп сыҡты, береһе лә юғалмаған. 50Бына, үҙебеҙҙе Раббы алдында пакландырыу өсөн, үҙебеҙ тапҡан алтын әйберҙәрҙе – ҡулбаш беләҙеге, беләҙектәр, балдаҡтар, алҡалар һәм мунсаҡтарҙы – бүләк итеп килтерҙек.
51Муса менән Әлғазар ҡаһин уларҙан был алтын әйберҙәрҙе алды. 52Мең һәм йөҙ баштарынан Раббыға иғәнә булараҡ килтерелгән алтын бөтәһе ун алты мең ете йөҙ илле шекел тартты. 53Һуғышта ҡулға төшөргән алтынды иһә яугирҙәр үҙҙәренә алғайны.
54Муса менән Әлғазар ҡаһин алтынды мең һәм йөҙ баштарынан ҡабул итеп алдылар ҙа исраилдар иҫтәлеге итеп Раббы хозурына, Осрашыу сатырына килтерҙеләр.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 31: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023