Иҫәп 30
30
1Муса Раббы бойорғандың барыһын да исраилдарға һөйләп бирҙе.
Нәҙер хаҡында ҡанун
2Муса Исраил ырыуҙарының башлыҡтарына былай тине:
– Раббы бына нимә тип бойорҙо: 3кем дә кем Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә анты менән бәйләһә, ул һүҙендә торһон, әйткәненең һәммәһен үтәһен.
4Әгәр ҡатын-ҡыҙ йәш сағында, атай йортонда торған саҡта, Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә менән бәйләһә, 5был нәҙерҙе һәм был вәғәҙәне ишетеп, атаһы бер ни ҙә әйтмәһә, ул сағында ҡыҙҙың бөтә нәҙере, вәғәҙәләре үҙ көсөндә булыр. 6Атаһы ишетеп тыйһа, бер нәҙеренең дә, үҙен бәйләгән бер вәғәҙәһенең дә көсө булмаҫ, ә Раббы уны ғәфү итер, сөнки ҡыҙҙың атаһы рөхсәт итмәне.
7Әгәр ҡыҙ кейәүгә сыҡһа, ә уның үҙен бәйләгән нәҙере йәки уйламайынса әйткән вәғәҙәһе булһа, 8был хаҡта ишеткән ире бер ни ҙә әйтмәһә, был ҡатындың нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булыр. 9Әгәр ҙә ире, был хаҡта белеп, ҡатынына рөхсәт итмәһә, әлеге ҡатын әйткән нәҙеренән, йәки уйламайынса биргән вәғәҙәһенән азат буласаҡ. Раббы уны ғәфү итер.
10Тол ҡалған йәки иренән айырылған ҡатындың үҙен бәйләгән нәҙере көсөндә булыр.
11Әгәр ҡатын ире йортонда нәҙер әйтһә йә ант итеп үҙен вәғәҙә менән бәйләһә, 12быны ире ишетеп тә, бер ни ҙә әйтмәһә, тыймаһа, уның бөтә нәҙере һәм үҙен бәйләгән вәғәҙәләре көсөндә булыр. 13Әгәр ире ишетеп тыйһа, ҡатындың әйткән нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булмаҫ, сөнки ире кире ҡаҡты, ә Раббы ҡатынды ғәфү итер.
14Ҡатын-ҡыҙҙың һәр нәҙерен, нәфсеһен тыйыр өсөн биргән һәр вәғәҙәһен ире раҫлай ҙа, кире ҡаға ла ала. 15Әгәр ире быны ишеткән көндә лә, икенсе көндә лә өндәшмәһә, ҡатындың нәҙере һәм вәғәҙәһе раҫланған булыр, сөнки ире быларҙы ишетеп тә, өндәшмәне. 16Әгәр ҙә ир, ишеткәс, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ғына кире ҡаҡһа, ул сағында ҡатынының нәҙерҙе үтәмәгәне өсөн ғәйебен ул үҙенә ала булыр.
17Ҡатын менән ирҙең, йәш сағында атай йортонда йәшәгәндә ҡыҙ менән уның атаһының мөнәсәбәттәре тураһында Раббы Муса аша еткергән ҡағиҙәләр бына шулар.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 30: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023