Иҫәп 28
28
Көндәлек ҡорбандар
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға бойороғомдо еткер: Минең ут ҡорбандарым өсөн ризыҡты, Миңә күркәм булған хуш еҫте ваҡытында килтерегеҙ. 3Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр. 4Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен. 5Бәрәс менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майы ҡушып, икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. 6Был, Синай тауында ғәмәлгә индерелгән даими тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны. 7Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ. 8Иртәнге кеүек, шундай уҡ икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән икенсе бәрәсте кискеһен ҡорбан итеп килтерегеҙ – хуш еҫе Раббыға күркәм ут ҡорбаны ул.
Шәмбе көн ҡорбандары
9Шәмбе көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс менән түкмә ҡорбан һәм эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. 10Был даими тотош яндырыу ҡорбандарынан һәм уның түкмә ҡорбанынан тыш, шәмбе һайын башҡарыла торған тотош яндырыу ҡорбаны булыр.
Яңы ай ҡорбандары
11Яңы ай башында ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәсте Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерегеҙ, малдар кәмселекһеҙ булһын. 12Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан өс өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, 13һәр бәрәс менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно икмәк саҙаҡаһы итеп килтерелһен. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны. 14Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны.
15Көн дә китерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны һәм түкмә ҡорбандан тыш гонаһ ҡорбаны итеп, Раббыға бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ.
Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары
16Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы. 17Ул айҙың ун бишенсе көнө байрам булһын, ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. 18Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. 19Раббыға ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны итеп ике башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ; улар кәмселекһеҙ булһын. 20-21Былар менән бергә зәйтүн майына бутап, һәр башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һәр һарыҡ тәкәһе менән – эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 22Һеҙҙе пакландырыу өсөн гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһен килтерегеҙ. 23Быларҙы көн дә иртән килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанынан тыш тәҡдим итегеҙ. 24Ете көн буйы көн дә шулай эшләгеҙ. Был – ут ҡорбаны өсөн ризыҡ, уның хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. Даими тотош яндырыу ҡорбаны менән түкмә ҡорбандан тыш килтерелергә тейеш был. 25Етенсе көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.
Уңыш байрамы ҡорбандары
26Аҙналар байрамының беренсе көнөндә, тәүге уңыштар көнөндә, Раббыға яңы икмәк саҙаҡаһы килтергәндә, изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. 27Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны итеп түбәндәгеләрҙе килтерегеҙ: ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс. Кәмселекһеҙ булһындар. 28-29Былар янына, зәйтүн майына бутап, һәр башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һарыҡ тәкәһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 30Һеҙҙе пакландырыу өсөн бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ. 31Көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһынан тыш, түкмә ҡорбан менән килтерегеҙ быны. Ҡорбанға килтерелгән малдар кәмселекһеҙ булһын.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 28: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: