Иҫәп 27
27
Улы булмаған ғаиләләрҙә мираҫ ҡалдырыу ҡағиҙәһе
1-2Йософ улы Менашше нәҫеленән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән донъяға килгән Селофхадтың ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине. Улар Муса менән Әлғазар ҡаһин, башлыҡтар һәм бөтә йәмғиәт йыйылған Осрашыу сатыры эргәһенә килеп баҫты ла былай тине:
3– Атайыбыҙ сүлдә үлеп ҡалды, ләкин Ҡорах яҡлылар менән Раббыға ҡаршы күтәрелгәндәр араһында түгел ине. Ул үҙ гонаһы өсөн үлде. Уның ир балалары булманы. 4Улы булмаған өсөн атайыбыҙҙың исеме нәҫеленән юғалып ҡалырға тейешме ни? Атайыбыҙҙың туғандары араһында беҙгә лә өлөш бирһәңсе!
5Уларҙың эшен Муса Раббыға еткерҙе. 6Раббы Мусаға былай тине:
7– Селофхад ҡыҙҙары хаҡ һөйләй. Уларға аталарының туғандары араһында биләмәгә ер бир, аталарының биләмәһе уларға күсһен.
8Исраилдарға иғлан ит: әгәр берәйһе мәрхүм булһа һәм ир балаһы ҡалмаһа, биләмәһен ҡыҙҙарына бирһендәр. 9Әгәр ҡыҙы ла юҡ икән, биләмәһен туғандарына бирһендәр. 10Туғандары ла юҡ икән, атаһының туғандарына бирегеҙ. 11Улары ла юҡ икән, биләмәһен уның нәҫеленән иң яҡын зат-зәүеренә мираҫ итеп тапшырығыҙ. Раббының Мусаға әмер итеүенсә, Исраил халҡына бирелгән ҡанун-ҡағиҙә шундай булһын.
Мусаға урынбаҫар тәғәйенләү
12Раббы Мусаға былай тине:
– Ғаварим тауына мен дә Мин исраилдарға бирәсәк ерҙе ҡара. 13Уны күргәндән һуң, ағайың Һарун кеүек, һин дә ата-бабаларың менән ҡауышырһың. 14Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ.
Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.
15Муса Раббыға былай тине:
16– Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше 17халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.
18Раббы Мусаға былай тине:
– Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал, 19Әлғазар ҡаһин ҡаршыһына, бөтә йәмғиәт алдына баҫтыр ҙа бөтәһе алдында уға етәкселекте тапшыр. 20Бөтөн Исраил йәмғиәте уны тыңлаһын өсөн уға хакимлыҡ ҡөҙрәтеңдән өлөш сығар. 21Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим#27:21 Урим – ҡаһиндың түшлегендә булып, Алланың ихтыярын белергә ярҙам иткән йәрәбә. ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
22Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йушағты алып килеп, Әлғазар ҡаһин менән бөтә йәмғиәт ҡаршыһына ҡуйҙы. 23Ҡулын уның башына һалды, үҙенә Раббы бойорғанса, уға етәкселекте тапшырҙы.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 27: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: