Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Йоил 3

3
Раббының башҡа халыҡтарҙы хөкөм итәсәге
1Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә
Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам.
2Бөтә халыҡтарҙы йыйып,
Йеһошафат#3:2 Йеһошафат – йәһүд телендә «Раббы хөкөм итә» тигән мәғәнәлә. үҙәненә килтерәм.
Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы
Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам.
Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар,
Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.
3Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр,
Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр,
Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар.
4Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн. 5Сөнки Минең көмөшөмдө, алтынымды алдығыҙ, иң гүзәл ҡомартҡыларымды илаһтарығыҙҙың ҡорамдарына индереп ҡуйҙығыҙ. 6Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын, тыуған ерҙәренән айырып, яуандарға һаттығыҙ. 7Хәҙер Мин уларҙы һеҙ һатып ебәргән ерҙәрҙән кире ҡайтарам, уларға ҡылған золомоғоҙҙо үҙ башығыҙға төшөрәм. 8Ул-ҡыҙҙарығыҙҙы Йәһүҙә халҡына һатырмын, ә улар алыҫ ҡәүемгә – шеваларға һатып ебәрер, – ти Раббы. –
9Халыҡтарға былай тип иғлан итегеҙ:
„Һуғышҡа әҙерләнегеҙ,
Батырҙарҙы яуға саҡырығыҙ.
Яугирҙәрегеҙ, тупланып, һөжүмгә күсһен.
10Төрәндәрегеҙҙән ҡылыс,
Урағығыҙҙан һөңгө башаҡтары ҡойоғоҙ.
Хатта иң көсһөҙө лә: ‘Мин ҡеүәтле!’ – тиһен.
11Эй эргә-тирәләге ҡәүемдәр,
Тиҙерәк килеп бер урынға тупланығыҙ“».
Йә Раббы, батырҙарыңды шунда ебәр.
12«Ҡәүемдәр күтәрелеп килһендәр,
Йеһошафат үҙәнендә йыйылһындар.
Мин шул ерҙә ултырырмын,
Һәммә халыҡтарға хөкөм сығарырмын».
13Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән.
Килегеҙ, тапағыҙ – йөҙөм һыҡҡыс тулған,
Һауыттар ашып түгелә.
Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан.
14Өйөр-өйөр халыҡ – Хөкөм үҙәнендә.
Хөкөм үҙәненә Раббы көнө яҡынлаша!
15Ҡояш менән ай ҡарайыр,
Йондоҙҙарҙың нуры һүнер.
16Раббы Сиондан күкрәр,
Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр,
Күк менән ер тетрәп торор.
Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ,
Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.
Раббының халҡына фатиха бирәсәге
17«Шунда Минең Раббы –
Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән
Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.
Йәрүсәлим изге урын булыр;
Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.
18Ул көндәрҙә былай булыр:
Тауҙарҙан татлы шарап,
Ҡалҡыулыҡтарҙан һөт ағып торор;
Йәһүҙәнең һәр йырынына һыу тулыр.
Раббы ҡорамынан ағып сыҡҡан шишмә
Шиттим үҙәнен һуғарыр.
19Йәһүҙәнең халҡын яфалаған,
Ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡанын түккәнгә күрә
Мысыр харабаға әйләнер,
Эдом буш далаға әүерелер.
20Йәһүҙә – мәңгелеккә,
Йәрүсәлим быуындан-быуынға ҡалыр.
21Уларҙың түгелгән ҡаны өсөн үс алырмын,
Ғәйеплене язаһыҙ ҡалдырмам.
Раббы Сионда йәшәр!»

Aktualisht i përzgjedhur:

Йоил 3: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr