Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Йоил 2

2
Раббы көнө яҡынлаша
1Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда,
Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ.
Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен!
Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.
2Дөм ҡараңғы бер көн,
Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул!
Бер ғәскәр килер
Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ;
Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү.
Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ,
Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.
3Алдарынан – ялҡын ялмап бара,
Арттан ут көйрәтеп ҡала;
Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр
Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә.
Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.
4Ҡиәфәттәре атҡа оҡшаған,
Һуғыш аттары кеүек сабалар.
5Шулай тау армыттарынан
Яу арбалары гөрһөлдәп елә;
Шулай һаламды ялмаған ут сытырҙай,
Шулай олоғара ғәскәр
Саф-саф теҙелеп алышҡа килә.
6Халыҡтар улар алдында ҡалтырап төшә,
Ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарып ҡата.
7Улар яугир һымаҡ һөжүм итә,
Диуарға һуғышсылай тырмашып менә.
Һәр кем үҙ урынын белә,
Берәү ҙә һуҡмағынан тайпылмай.
8Бер-береһен этмәй-төртмәй,
Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә,
Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр,
Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел.
9Ҡалаға бәреп керәләр,
Диуар буйлап йүгерәләр,
Тәҙрәләрҙән ҡараҡ кеүек
Өйҙәргә үрмәләйҙәр.
10Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр,
Дер һелкенер күктәр.
Ҡояш менән ай ҡарайыр,
Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.
11Раббы Үҙ ғәскәренең алдында һөрән һалыр.
Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Уның сиреүе.
Уның һүҙен үтәүселәр ҡеүәтле.
Раббының көнө бөйөк, дәһшәтле!
Быға кем түҙә алыр?
Раббыға ҡайтығыҙ
12Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә:
«Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп
Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –
13Кейемегеҙҙе түгел,
Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ.
Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ.
Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле;
Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле,
Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.
14Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр,
Артынса бәрәкәт бирер,
Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары,
Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.
15Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда,
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!
16Халыҡты йыйығыҙ,
Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ:
Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын,
Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын;
Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.
17Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап,
Ҡорамдың айуаны#2:17 Айуан – ҡорамға ингән урындағы алғы бүлмә. менән ҡорбан усағы араһында:
„Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. –
Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә,
Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма.
‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».
Раббының яуабы
18Шул заманда Раббы,
Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.
19Раббы халҡына былай тип яуап бирер:
«Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап,
Зәйтүн майы бирермен.
Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ.
Башҡаса ҡәүемдәр араһында
Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.
20Төньяҡтан ябырылған дошманды
Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын.
Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә,
Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә,
Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын.
Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр».
Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!
21Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән,
Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы!
22Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ!
Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер,
Ағастар емеш бирер,
Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр.
23Эй Сион халҡы,
Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ!
Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе;
Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла,
Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.
24Ырҙындарығыҙ ашлыҡҡа тулы булыр,
Һыҡҡыстарҙан шарап менән зәйтүн майы ташып ағыр.
25«Ябырылған саранчалар сиреүенең,
Күс-күс саранчалар рәүешендә
Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең
Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.
26Туйғансы рәхәтләнеп ашарһығыҙ,
Һеҙҙең өсөн мөғжизәләр ҡылған
Аллағыҙ Раббының исемен данларһығыҙ.
Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ.
27Белерһегеҙ, Исраил халҡы араһындамын,
Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, башҡаһы юҡ.
Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ!
Бөтәһе өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын
28Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә
Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын.
Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер,
Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер,
Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.
29Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта
Ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын.
30Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен:
Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.
31Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда
Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!
32Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки, Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.

Aktualisht i përzgjedhur:

Йоил 2: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr