Йоил 1
1
1Йоил Пеҫуил улына Раббы һүҙе булды.
Саранчалар һөжүме һәм ҡоролоҡ
2Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ,
Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ
Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ!
Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында
Ошондай хәлдең булғаны бармы?
3Был турала балаларығыҙға һөйләгеҙ;
Балаларығыҙ – үҙ балаларына,
Ул балалар килер быуындарға еткерһен.
4Күс-күс булып оса саранча!
Беренсе күс ашап бөтмәгәнде,
Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра;
Ә уларҙан нимә тороп ҡала,
Шуны дүртенсе күс ҡырып һала.
5Эй һеҙ, эскеселәр, уянығыҙ ҙа илағыҙ;
Эй шарап яратыусылар, зар илағыҙ:
Шарап ауыҙығыҙҙан тартып алынды.
6Сөнки еремә иҫәпһеҙ-һанһыҙ
Ҡеүәтле бер ҡәүем ябырылды.
Тештәре арыҫландыҡы кеүек үткер,
Инә арыҫландыҡы һымаҡ аяуһыҙ.
7Йөҙөмдәремде харап иттеләр,
Инжир ағасымды кимерҙеләр,
Ҡайырыһына тиклем мөнйөп бөттөләр,
Бары ҡыу ботаҡтары ағарып ҡалды.
8Йәрәшелгән йәрен юғалтып,
Хәсрәт кейеме кейгән йәш ҡыҙ һымаҡ илағыҙ.
9Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла,
Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны.
Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.
10Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ,
Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте,
Зәйтүн майы ҡороно.
11Бойҙай менән арпа өсөн,
Эй игенселәр, көйәләнегеҙ!
Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ,
Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты.
12Йөҙөм һәм инжир ағастары ҡороно,
Анар, хөрмә, алма – барыһы ла кипте!
Кешеләр араһынан һөйөнөс юҡҡа сыҡты.
Тәүбәгә саҡырыу
13Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ.
Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр!
Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ,
Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ!
Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан
Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.
14Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!
Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын
Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ,
Раббыға ялбарығыҙ.
15О, ул көн!
Раббы көнө яҡын!
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән
Һәләкәт булып килә ул!
16Күҙ алдында ризығыбыҙ юҡ ителде,
Аллабыҙ йортонан һөйөнөс һәм шатлыҡ китте.
17Ҡоро тупраҡ аҫтында орлоҡтар кибеп ҡалды.
Келәттәр буш, ырҙын емерелде,
Сөнки һаҡларға ашлыҡ юҡ.
18Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар!
Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ
Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар,
Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.
19Йә Раббы, Һиңә ялбарам!
Далалағы көтөүлектәр көйөп бөттө,
Ҡырҙағы барлыҡ ағастарҙы ялҡын ялманы.
20Ҡырағай хайуандар ҙа Һине саҡыра,
Сөнки ағын һыуҙар ҡороно;
Далалағы көтөүлектәр утҡа көйҙө.
Aktualisht i përzgjedhur:
Йоил 1: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Йоил 1
1
1Йоил Пеҫуил улына Раббы һүҙе булды.
Саранчалар һөжүме һәм ҡоролоҡ
2Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ,
Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ
Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ!
Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында
Ошондай хәлдең булғаны бармы?
3Был турала балаларығыҙға һөйләгеҙ;
Балаларығыҙ – үҙ балаларына,
Ул балалар килер быуындарға еткерһен.
4Күс-күс булып оса саранча!
Беренсе күс ашап бөтмәгәнде,
Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра;
Ә уларҙан нимә тороп ҡала,
Шуны дүртенсе күс ҡырып һала.
5Эй һеҙ, эскеселәр, уянығыҙ ҙа илағыҙ;
Эй шарап яратыусылар, зар илағыҙ:
Шарап ауыҙығыҙҙан тартып алынды.
6Сөнки еремә иҫәпһеҙ-һанһыҙ
Ҡеүәтле бер ҡәүем ябырылды.
Тештәре арыҫландыҡы кеүек үткер,
Инә арыҫландыҡы һымаҡ аяуһыҙ.
7Йөҙөмдәремде харап иттеләр,
Инжир ағасымды кимерҙеләр,
Ҡайырыһына тиклем мөнйөп бөттөләр,
Бары ҡыу ботаҡтары ағарып ҡалды.
8Йәрәшелгән йәрен юғалтып,
Хәсрәт кейеме кейгән йәш ҡыҙ һымаҡ илағыҙ.
9Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла,
Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны.
Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.
10Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ,
Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте,
Зәйтүн майы ҡороно.
11Бойҙай менән арпа өсөн,
Эй игенселәр, көйәләнегеҙ!
Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ,
Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты.
12Йөҙөм һәм инжир ағастары ҡороно,
Анар, хөрмә, алма – барыһы ла кипте!
Кешеләр араһынан һөйөнөс юҡҡа сыҡты.
Тәүбәгә саҡырыу
13Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ.
Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр!
Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ,
Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ!
Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан
Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.
14Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!
Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын
Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ,
Раббыға ялбарығыҙ.
15О, ул көн!
Раббы көнө яҡын!
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән
Һәләкәт булып килә ул!
16Күҙ алдында ризығыбыҙ юҡ ителде,
Аллабыҙ йортонан һөйөнөс һәм шатлыҡ китте.
17Ҡоро тупраҡ аҫтында орлоҡтар кибеп ҡалды.
Келәттәр буш, ырҙын емерелде,
Сөнки һаҡларға ашлыҡ юҡ.
18Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар!
Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ
Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар,
Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.
19Йә Раббы, Һиңә ялбарам!
Далалағы көтөүлектәр көйөп бөттө,
Ҡырҙағы барлыҡ ағастарҙы ялҡын ялманы.
20Ҡырағай хайуандар ҙа Һине саҡыра,
Сөнки ағын һыуҙар ҡороно;
Далалағы көтөүлектәр утҡа көйҙө.
Aktualisht i përzgjedhur:
:
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023