Һошеяғ 14
14
Раббының Исраилға мөрәжәғәте
1Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер,
Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе:
Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр,
Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр,
Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.
2Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт –
Яуызлығың арҡаһында абындың һин.
3Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ.
Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр –
Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл!
Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә,
Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.
4Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ,
Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ,
Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе
Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ.
Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.
5Раббы былай ти:
«Мин уларҙы хыянаттан дауалармын,
Ихлас һөйөү менән яратырмын,
Сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде.
6Мин Исраилға ысыҡ һымаҡ булырмын,
Ул лилиә кеүек сәскә атыр,
Ливан ағастары һымаҡ тамыр йәйер,
7Үренделәре төрлө яҡҡа таралыр.
Ул зәйтүн ағасы һымаҡ гүзәл булыр,
Ливан кедрылай хуш еҫ аңҡытыр.
8Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр,
Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр,
Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.
9Әфраим әйтер:
„Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“
Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын:
„Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын.
Һинең бөтә емештәрең – Минән“».
10Аҡылы бар – аңлап белһен шуны,
Зирәк – асылына төшөнһөн.
Раббы юлы тура, тәҡүәләр шунан йөрөй,
Ә гонаһлылар унда абына.
Aktualisht i përzgjedhur:
Һошеяғ 14: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023