Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Ҡанун 9

9
1Тыңла, Исраил! Бөгөн һеҙҙән күберәк һәм көслөрәк ҡәүемдәрҙең ерҙәрен биләү өсөн Иордан аша сығырһың. Уларҙың ҙур, күккә олғашып торған нығытмалар менән уратылған ҡалаларын алыр өсөн 2күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар. 3Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең.
4Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуғанда: «Раббы беҙҙе тоғро булғанға күрә был ерҙе биләргә алып килде», – тип уйламағыҙ. Раббы был ҡәүемдәрҙе ҡылған яуызлыҡтары өсөн алдығыҙҙан ҡыуа. 5Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа. 6Шуны аңла: был бәрәкәтле ерҙе Аллаң Раббы һиңә биләмәгә тоғро йөрәгең өсөн бирмәй. Ысынында һеҙ – тиҫкәре халыҡ.
7Аллаң Раббыны сүлдә нисәмә тапҡыр асыуландырғаныңды иҫеңдә тот, һис онотма. Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап, бөгөн ошо ергә килеп еткәнгә тиклем, һеҙ һәр саҡ Раббыға ҡаршылаштығыҙ. 8Хорев тауында ла Раббыны шул тиклем ҡыҙҙырҙығыҙ, хатта Ул, асыуланып, һеҙҙе юҡ итергә теләне. 9Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем. 10Миңә Раббы ике таҡтаташ бирҙе. Алла ҡулы менән яҙылған был таҡтаташтарҙа Раббы һеҙгә йыйын көнөндә ут эсенән әйткән һүҙҙәр яҙылғайны. 11Ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәс, ике таҡтаташ, килешеү таҡтаташтарын бирҙе.
12Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине. 13Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине. 14– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».
15Мин боролоп тауҙан төшөп киттем. Тау иһә ут булып яна ине, ә минең ҡулымда – килешеү таҡтаташтары. 16Күрҙем, Аллағыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ эшләгәнһегеҙ, үҙегеҙгә үгеҙ башмаҡҡа оҡшаған һын ҡойоп алғанһығыҙ. Раббының һеҙгә бойорған юлынан бик тиҙ тайпылғанһығыҙ. 17Ҡулымдағы ике таҡтаташты күҙ алдығыҙҙа ергә күтәреп бәрҙем дә улар селпәрәмә килеп ватылды. 18Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным. 19Раббының һеҙгә булған асыуынан һәм ярһыуынан ҡурҡтым, сөнки Ул һеҙҙе юҡ итергә теләне. Әммә Раббы мине был юлы ла тыңланы. 20Раббы Һарунға ла бик ныҡ асыуланды, уны ла һәләк итергә теләне. Әммә мин Һарун өсөн дә ялбарҙым. 21Ә яһаған гонаһ әйберегеҙҙе – һеҙ ҡойоп яһаған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙым, уны ваттым да, туҙанға әйләнгәнсе онтаным. Шунан ул саңды тауҙан сыҡҡан ағын һыуға һиптем.
22Тавғырала, Массала, Ҡивроҫ-Һаттауала ла Раббыны асыуландырҙығыҙ. 23Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ. 24Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.
25Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым. 26Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә. 27Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама. 28Юҡһа Һин беҙҙе алып сыҡҡан ерҙә йәшәүселәр: „Раббы уларҙы бирергә вәғәҙә иткән ергә алып бара алманы. Ул был халыҡҡа нәфрәтләнгән өсөн уларҙы сүлдә үлтереү маҡсаты менән бынан алып сыҡты“, – тип әйтер. 29Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».

Aktualisht i përzgjedhur:

Ҡанун 9: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr