Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Ҡанун 8

8
Аллағыҙ Раббыны онотоуҙан һаҡланығыҙ
1Бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ, шул сағында имен-аман йәшәрһегеҙ, ишәйерһегеҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә инеп, уны биләрһегеҙ. 2Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте. 3Ул һине аслыҡ менән интектереп баҫалҡыландырҙы. Һуңынан һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән майҙә менән туйындырҙы. Кешенең икмәк менән генә түгел, ә Раббы әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәгәнен белдерер өсөн эшләне быны. 4Ҡырҡ йыл буйы өҫтөңдәге кейемең дә туҙманы, аяғың да шешмәне. 5Күңелеңдән шуны бел, кеше үҙ балаһына нисек тәрбиә бирә, Аллаң Раббы ла һине шулай тәрбиәләй. 6Шулай итеп, Аллаң Раббының бойороҡтарын үтә, Уның юлынан йөрө, Унан ҡурҡ.
7Аллаң Раббы һине йылғалар аҡҡан, үҙәндәрҙән һәм тауҙарҙан инештәр, шишмәләр сыҡҡан бәрәкәтле ергә алып бара. 8Бойҙайы, арпаһы, йөҙөм, инжир, анар, зәйтүн ағастары һәм балы булған ергә. 9Унда икмәгеңде фәҡирҙәрсә ашамаҫһың, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ күрмәҫһең. Ерендәге таштарҙан тимер, ә тауҙарынан баҡыр сығарырһың. 10Тамағыңа ашап туйғас, һеҙгә бирелгән бәрәкәтле ер өсөн Аллаң Раббыға шөкөр ит. 11Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан. 12Ашап-эсеп туйғанда ла, матур өйҙәр төҙөп уларҙа йәшәгәндә лә, 13эре малың да, ваҡ малың да, алтының да, көмөшөң дә – бөтә нәмәң мул булғанда, 14ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә. 15Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы. 16Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне. 17«Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама. 18Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.
19Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ. 20Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңламаһағыҙ, алдығыҙҙан юҡ итәсәк башҡа халыҡтар кеүек, һеҙ ҙә һәләк буласаҡһығыҙ.

Aktualisht i përzgjedhur:

Ҡанун 8: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr