Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Даниил 11

11
1Мадай батшаһы Дарий хакимлығының беренсе йылында иһә Михаилға мин таяныс һәм һаҡлаусы булғайным.
2Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм.
Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер.
3Шунан һуң ҡеүәтле батша килер, ғәйәт ҙур ерҙәрҙә хакимлыҡ итер һәм үҙе ни теләй, шуны эшләр. 4Ләкин ул килеп идара итә башлағас, уның батшалығы тарҡалыр һәм ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡараған өлөштәргә бүленер, уның вариҫтарына эләкмәҫ һәм ул идара иткән замандағы ише көслө булмаҫ. Уның батшалығы тартып алыныр һәм ситтәргә бирелер.
5Көньяҡ батшаһы көсәйер, ләкин уның бер етәксеһе унан көслөрәк булып китер һәм тағы ла киңерәк ерҙәрҙә хакимлыҡ итер.
6Йылдар үтер, һәм килешеү төҙөлөр. Был килешеүҙе нығытыр өсөн, көньяҡ батшаның ҡыҙы төньяҡ батшаға кейәүгә сығыр. Ләкин көньяҡ батшаның ҡыҙы хакимлыҡты үҙ ҡулында тота алмаҫ, хәйер, көньяҡ батша үҙе лә бирешер: шундай ваҡыт етер – ҡыҙ үҙе лә, уны оҙатып килгәндәр ҙә, уның балаһы ла, уны яҡлағандар ҙа юҡ ителер.
7Уның тамырынан үҫеп сыҡҡан үрентеләрҙең береһе тәхеткә ултырыр. Ул төньяҡ батша ғәскәренә ҡаршы сығыр һәм уның ҡәлғәһенә баҫып инер – уларға һөжүм итеп еңеү яулар. 8Ул төньяҡ батша кешеләренең илаһтарын да, ҡойолған һындарын да, затлы – алтын һәм көмөш – һауыт-һабаһын да ҡулына төшөрөр һәм Мысырға алып ҡайтып китер. Шунан һуң бер нисә йыл ул төньяҡ батшаһын борсомаҫ. 9Төньяҡ батша көньяҡ батшаның ерҙәренә баҫып инер, ләкин кире үҙ иленә сигенер.
10Уның улдары иһә, ҙур ғәскәр туплап, һуғыш башлар. Улар туфан һыуылай урғылып баҫып инер, алға эркелер һәм дошмандың ҡәлғәһенә тиклем барып етер. 11Көньяҡ батша, асыуы ҡабынып, төньяҡ батша менән һуғышҡа инер. Тегеһе ҙур сиреү туплар, әммә был ғәскәрҙәр дошман ҡулына тапшырылыр. 12Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ, 13сөнки төньяҡ батша яңынан элеккеһенән дә ҙурыраҡ ғәскәр йыйыр. Бер нисә йылдан ул ныҡ ҡоралланған күп һанлы яугирҙәре менән һөжүм итер.
14Ул замандарҙа күптәр көньяҡ батшаға ҡаршы күтәрелер. Һинең халҡың араһынан да фетнәселәр күренмеште үтәү йөҙөнән күтәрелгән булыр, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осрар.
15Төньяҡ батша килер, уба өйөр һәм нығытылған ҡаланы баҫып алыр; көньяҡ батша ғәскәренең көсө етмәҫ, хатта иң ҡаһарман яугирҙәр ҙә түҙеп тора алмаҫ. 16Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр. 17Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. 18Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, уның үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер. 19Төньяҡ батша үҙ иленең нығытмаларына табан кире боролор, ләкин еңелеүгә осрар, ҡолар һәм юҡҡа сығыр.
20Икенсе берәү тәхеткә ултырыр һәм, батшалыҡтың күркәмлеген һаҡлар өсөн, һалым йыйыусыны ил буйлап ебәрер. Бер аҙҙан был батша ла юҡ ителер, ләкин берәүҙең асыу-ярһыуынан йәки яуҙа түгел.
21Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр. 22Уның алдында ғәскәрҙәр килешеү башлығы менән бергә, туфан кеүек, йыуып алып кителер һәм ҡыйратылыр. 23Килешеү төҙөшөп, ул мәкер ҡылыр. Кешеһе уның аҙ булыр, ләкин ул көс йыйыр. 24Көтмәгәндә өлкәнең иң уңдырышлы ерҙәренә барып сығыр һәм ата-бабалары ҡылмағанды ҡыла башлар. Ул талап алған табышты, байлыҡты бүлергә тотонор, нығытмаларға ҡаршы фетнә ҡорор, әммә был хәл оҙаҡ дауам итмәҫ.
25Ул үҙенең бөтә көс-дарманын көньяҡ батшаға ҡаршы йүнәлтер, уға ҙур ғәскәр менән барыр. Көньяҡ батша ҙур һәм бик көслө сиреү менән яуға сығыр, ләкин ҡаршы тора алмаҫ: уға ҡаршы мәкер ҡорорҙар. 26Батшаны уның өҫтәленән ашап-эскән кешеләр харап итер. Уның ғәскәре, туфанға тарығандай, йыуып алып кителер, күптәре һуғышта баш һалыр. 27Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле. 28Төньяҡ батша бай табыш менән ҡайтып китер һәм Изге килешеүгә ҡул һуҙмаҡ булыр, бының өсөн ғәмәлдәр ҡылыр. Шунан ул иленә ҡайтыр.
29Билдәләнгән ваҡытта ул йәнә көньяҡҡа йүнәлер, ләкин хәҙер инде элеккесә булмаҫ. 30Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер. 31Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр. 32Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор. 33Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр. 34Ошо мәлдә улар бер аҙ ярҙам алыр, һәм күптәр уларға ҡушылыр, уларға ҡушылғандарҙың күбеһе ике йөҙлө булып сығыр. 35Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле.
36Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ. 37Ул үҙ атайҙарының илаһтарын да, ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан илаһты ла һанға һуҡмаҫ, башҡа бер ниндәй аллаға ла хөрмәт күрһәтмәҫ, сөнки үҙен барыһынан өҫтөн һанар. 38Улар урынына ул нығытмаларҙы ҡурсалаған илаһҡа – ата-бабалары күрмәгән-белмәгән илаһҡа – табыныр, алтын-көмөш, аҫыл таштар һәм бай саҙаҡа менән хөрмәтләр уны. 39Сит илаһ ярҙамы менән ул нығытылған ҡәлғәләрҙе емерер, ә үҙен бөйөк батша тип танығандарға оло хөрмәт күрһәтер, күптәр өҫтөнән идара итергә ҡуйыр һәм уларға бүләккә ерҙәр таратыр.
40Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер 41һәм Гүзәл илгә килеп етер. Унан күптәр зыян күрер, әммә Эдом, Моав, шулай уҡ Ғаммон иленең байтаҡ өлөшө уның ҡулынан ҡотолоп ҡалыр. 42Ул үҙ хакимлығын бүтән илдәргә лә таратыр, хатта Мысыр ҙа ҡотола алмаҫ. 43Ул Мысырҙың затлы әйберҙәрен – алтын-көмөшөн һәм бар байлығын баҫып алыр; Ливия һәм Куш халыҡтары ла уның аяҡ аҫтында ҡалыр.
44Уны көнсығыштан һәм төньяҡтан килгән хәбәрҙәр ҡурҡытыр, һәм ул асыу-ярһыу менән, күптәргә емереклектәр һәм һәләкәттәр килтереп, шул яҡҡа йүнәлер. 45Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.

Aktualisht i përzgjedhur:

Даниил 11: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr