Даниил 10
10
Даниилдың фәрештә тураһындағы күренмеше
1Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.
2Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем. 3Ошо өс аҙна эсендә татлы ризыҡ ашаманым, ит менән шарапҡа тотонманым, тәнемә май һөртмәнем.
4Ә беренсе айҙың егерме дүртенсе көнөндә мин бөйөк Тигр йылғаһы буйында инем. 5Ҡарағайным – күрәм: етен кейем кейгән, билен Уфаз алтынынан яһалған билбау менән быуған бер зат тора. 6Уның тәне – һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы – күмәк кеше шаулағандай.
7Күренмеш мин, Даниилға ғына, иңде; ә минең янда булған кешеләр уны күрмәне. Әммә уларҙы бик ҡаты ҡурҡыу солғап алды, һәм улар ҡасып китеп йәшенеште. 8Мин бер үҙем ҡалдым һәм был бөйөк күренмеште бер үҙем күрҙем. Минең хәлем бөттө, быуындарым йомшарҙы, бәлтерәп төштөм. 9Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын. 10Шул саҡ миңә бер ҡул ҡағылды һәм мине ерҙән күтәрҙе – мин, устарым менән ергә таянған килеш, тубыҡланып тора инем.
11Ул миңә:
– Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине.
Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.
12Ул миңә:
– Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –
13Фарсы батшалығының түрәһе егерме бер көн буйы миңә ҡаршылыҡ күрһәтте. Мин Фарсы иле батшалары менән йөҙгә-йөҙ торҙом, һәм юғары түрәләрҙең береһе Михаил миңә ярҙамға килде. 14Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.
15Ул миңә шулай тине, ә мин, ергә ҡарап, өнһөҙ торҙом. 16Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин, ауыҙымды асып, алдымда торған затҡа:
– Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды. 17Мин, хакимымдың ҡоло, һин хакимым менән һөйләшә алырмынмы һуң? Минең бит бөтөнләй көсөм бөттө, саҡ-саҡ тын алам, – тинем.
18Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе. 19Ул:
– Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине.
Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин:
– Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.
20Шунан ул минән:
– Һинең яныңа ниңә килгәнемде беләһеңме? – тип һораны. – Хәҙер мин кире китәм, Фарсы иле түрәһе менән алышҡа сығам, ул еңелгәндән һуң, Яуан иле түрәһе килер.
21Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен.
Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша.
Aktualisht i përzgjedhur:
Даниил 10: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: