YouVersion Logo
Search Icon

Ғамос 7

7
Саранча, ут ямғыры һәм ауыртмаҡ
1Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте. 2Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин:
– Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.
3Шунан Раббы кире уйланы:
– Был хәл булмаясаҡ, – тине.
4Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды. 5Һәм мин:
– Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.
6Раббы Хаким кире уйланы:
– Был булмаясаҡ, – тине.
7Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ. 8Раббы минән:
– Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин:
– Ҡурғаш ауыртмаҡ, – тип яуап бирҙем. Шунан бөйөк Хаким:
– Бына Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам.#7:8 …Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам… – Ауыртмаҡ менән үлсәү ебе – төҙөүселәр ҡорамалы, әммә «ІV Батшалар» китабының 21:13; «Ишағыяһ»тың 28:17; 34:11-се аяттарында улар емереү символдары: иҫке биналарҙы емергәндән һуң ғына улар урынына яңыларын төҙөргә мөмкин. Башҡаса Мин уларҙы ғәфү итмәйәсәкмен, – тине. –
9Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр,
Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер,
Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.
Ғамос менән Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ
10Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға:
– Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. – 11Сөнки Ғамос былай ти:
«Яровғам ҡылыстан үләсәк,
Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк».
12Бына һуң Амасъяһ Ғамосҡа:
– Эй әүлиә, хәҙер үк бынан Йәһүҙәгә кит, унда пәйғәмбәрлек итеп, тамаҡ туйҙыр. 13Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине.
14Ғамос Амасъяһҡа:
– Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем. 15Әммә Раббы, мине көтөүҙәремдән айырып: «Бар, Минең халҡым исраилдарға пәйғәмбәрлек ҡыл», – тип ҡушты. 16Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.
17Шуға күрә Раббы былай ти:
«Ҡатының ҡалала фәхишә булыр,
Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр,
Ереңде бүлгеләп алырҙар,
Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең.
Исраил халҡы үҙ тупрағынан
Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».

Currently Selected:

Ғамос 7: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in