YouVersion Logo
Search Icon

Сефанъяһ 3

3
Йәрүсәлимгә ҡайғы
1Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы!
2Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы,
Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны,
Аллаһына һыйынманы.
3Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан,
Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни,
Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.
4Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм,
Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй,
Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай.
5Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел,
Ул яуызлыҡ ҡылмай;
Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара,
Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй!
Әммә залимдар оялыу белмәй.
6«Мин ҡәүемдәрҙе ҡырып ташланым, – ти Раббы. –
Ҡәлғәләрен ҡолаттым,
Урамдары буп-буш ҡалды,
Улар аша үтеп йөрөүсе юҡ.
Ҡалалары харабала ята,
Әҙәми зат унда ҡалмаған.
7Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың,
Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным.
Шул сағында йәшәгән урының имен булыр,
Минең язаларым урап үтер ине.
Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».
8«Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. –
Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын.
Минең ҡарарым шулай:
Ярһыуымды, уттай асыуымды
Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн,
Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям,
Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».
Раббы дәһшәтенән ҡотолоу
9«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар,
Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн,
Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.
10Мин ҡыуып таратҡан,
Миңә ғибәҙәт ҡылған халҡым
Куштың йылғалары аръяғынан
Миңә ҡорбандар килтерер.
11Ул көн һин, эй Йәрүсәлим,
Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән
Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың,
Сөнки Мин һинең араңдан
Затлылығы менән маҡтанғанды
Алып ташлармын,
Инде һин Минең изге тауымда
Эреләнеп маһаймаҫһың.
12Араңда бары тыңлаусан, күндәмдәр ҡалыр,
Улар Раббы исеменә өмөт бағлар.
13Исраилдың тере ҡалғандары
Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ,
Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ.
Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ
Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр,
Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».
Һөйөнөс йыры
14Йырла, эй Сион-ҡыҙ#3:14 Сион-ҡыҙ – Сион тауында урынлашҡан Йәрүсәлим ҡалаһының шиғри атамаһы. Бында һәм башҡа шундай урындарҙа Сион һәм Йәрүсәлим ҡатын-ҡыҙға тиңләштерелә.,
Ҡыуан Исраил!
Бар күңелдән ҡыуан,
Күңел ас, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ!
15Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды,
Дошманыңды ҡыуып таратты.
Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән,
Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.
16Шул көндө Йәрүсәлимгә:
«Ҡурҡма, Сион!
Ҡулдарың хәлһеҙләнмәһен!» – тип әйтерҙәр.
17Һинең менән Аллаң Раббы,
Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир!
Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер,
Һине мөхәббәте менән яңыртыр,
Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,
18Гүйә байрам көнөндәге һымаҡ.
«Афәттәреңде һепереп түгәм, – ти Раббы. –
Хурлыҡ кисермәҫһең бүтән.
19Бына шундай ваҡыт килер:
Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын,
Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын,
Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын;
Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә
Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.
20Шул ваҡытта бөтәгеҙҙе лә туплармын,
Шул дәүерҙә һеҙҙе кире ҡайтарырмын,
Ерҙәге бөтә халыҡтар араһында
Һеҙгә маҡтау, дан ҡаҙандырырмын,
Элекке именлекте бирермен,
Быны үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ», –
Раббы шулай тип белдерә.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in