Сефанъяһ 2
2
Тәүбәгә саҡырыу
1Эй оятһыҙ халыҡ, йыйыл, туплан!
2Һеҙҙең өҫтән ҡарар ҡылынғансы,
Кәбәк кеүек осоп көн үткәнсе,
Раббының дәһшәтле ярһыуы,
Раббының асыу көнө
Өҫтөгөҙгә килеп ябырылғансы йыйылығыҙ!
3Раббыны эҙләгеҙ,
Илдең итәғәтле әҙәмдәре,
Раббы ҡанундарын үтәүселәр,
Хаҡлыҡ эҙләгеҙ,
Тыйнаҡ булығыҙ –
Бәлки, Раббының асыу көнөндә
Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.
Раббының пелештиҙәрҙе хөкөм итеүе
4Газа ҡалаһын ташлап китерҙәр,
Ашҡылон бушлыҡҡа әйләнер,
Ашдод төш мәлендә ҡыуылыр,
Ғәҡрон тамырынан йолҡоп алыныр.
5Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең,
Керети ҡәүеменең башына бәлә!
Пелештиҙәр ере Ҡәнғән,
Раббының һүҙе һиңә ҡаршы:
«Мин һине ҡырам,
Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.
6Диңгеҙ ярындағы ил – көтөүлек,
Һарыҡ көтә торған болонлоҡ
Ҡуйҙар өсөн ялан кәртә булыр.
7Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары
Был ерҙәрҙе төйәк итер,
Улар бында малын көтөр;
Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр,
Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр,
Элекке именлекте кире ҡайтарыр.
Раббының Моавҡа һәм ғаммондарға хөкөмө
8«Мин Моавтың әйткән әр һүҙҙәрен,
Ғаммондарҙың хурлауын ишеттем.
Улар Минең халҡымды мәсхәрәләне,
Уның ерҙәрендә һауаланып танау сөйҙө.
9Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. –
Моав Содом һымаҡ булыр,
Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек.
Уларҙы ҡый үләне баҫып китер,
Баҫыуҙары татырланыр,
Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер.
Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап,
Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.
10Тәкәбберлектәре өсөн,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы халҡын мыҫҡыл итеп түбәнһеткән,
Уларҙы хурлаған өсөн яза был.
11Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр,
Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр.
Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән,
Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән
Уға сәждә ҡылыр.
Раббының Ашшурға хөкөмө
12Эй Куш халҡы, һеҙ ҙә
Минең ҡылысымдан үлерһегеҙ».
13Раббы ҡулын төньяҡ тарафына һуҙып,
Ашшурҙы юҡ итер,
Ниневенән тик хараба ҡалыр,
Ул сүллек һымаҡ ҡоро ергә әйләнер.
14Унда мал-тыуар һәм
Һәр төрлө ҡош-кейек хәл йыйыр,
Аунап ятҡан бағана баштары араһында
Ябалаҡтар менән терпе йәшәр,
Тәҙрәләрҙән ҡош тауышы ишетелер.
Кедр көплөгө айырылып төшкән
Ишек тупһаларында ҡоҙғон ҡысҡырыр.
15Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был?
Маҡтанып эстән генә:
«Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине;
Бына хәҙер инде ул хараба,
Ҡош-кейектәр өсөн оя булды!
Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп,
Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.
Currently Selected:
Сефанъяһ 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023