Сефанъяһ 1
1
1Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине.
Раббының ер йөҙөн хөкөм итеүе
2Раббы былай тип белдерә:
«Ер йөҙөнән бар нәмәне һепереп түгәм, –
3Кешеләрҙе, хайуандарҙы,
Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм,
Яуыз бәндәләре менән бергә
Абыныу таштарын да ышырып ташлайым,
Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –
4Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы,
Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм,
Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм,
Боттарға табынған ҡаһиндарҙың
Хатта исемен юйып ташлайым.
5Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған,
Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән,
Шулай уҡ Милкомға ла#1:5 Милком – Ғаммон халҡы илаһының исеме. табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,
6Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан,
Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
7Раббы Хаким хозурында шым бул,
Сөнки Уның көнө яҡынлаша.
Раббы ҡорбан әҙерләгән инде,
Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.
8«Ул ҡорбан көнөндә, – ти Раббы, –
Мин түрәләрҙе һәм батша улдарын,
Сит ҡәүемдәр һымаҡ кейенгәндәрҙең барыһын язалайым.
9Ул көндө Мин тупһа аша һикергән һәр кемде#1:9 Ҡарағыҙ: «І Батшалар», 5:1-5.,
Шулай уҡ хужаларының йортон
Золом һәм алдаҡ менән тултырғандарҙы язалайым.
10Ул көндө, – тип белдерә Раббы, –
Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау,
Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау,
Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.
11Махтеш кешеләре, илағыҙ –
Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр,
Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.
12Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын
Сыраҡ тотоп урап сығам,
Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише
Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы,
„Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.
13Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ,
Йорттары харабаға әйләнәсәк.
Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр,
Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр».
14Раббының бөйөк көнө яҡынлаша!
Яҡынлашты, бына-бына килеп етер.
Раббы көнө инде һөрән һала –
Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.
15Ул көн булыр асыу көнө,
Ҡайғы һәм ғазап көнө,
Емереклек, харабалар көнө,
Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө,
Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө.
16Нығытмалы ҡалаларға,
Бейек-бейек ҡәлғәләргә янап,
Яуға саҡырып борғо ҡысҡыртыр,
Һуғыш орандары яңғыратыр көн был.
17«Кешеләргә бәлә күндерермен,
Һуҡыр һымаҡ ҡайҙа барғандарын белмәҫтәр,
Сөнки Миңә ҡаршы гонаһ ҡылдылар, – ти Раббы. –
Шуға күрә ҡандары һыу һымаҡ ағыр,
Эсәктәре тиреҫ һымаҡ туҙрап ятыр.
18Раббының асыу көнөндә
Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ,
Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр,
Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын
Көтмәгәндә ҡырып һалыр».
Currently Selected:
Сефанъяһ 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: