YouVersion Logo
Search Icon

Титусҡа 3

3
1Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор, 2шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтә кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт. 3Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек. 4Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә булған мөхәббәтен күрһәткәндә 5беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты. 6Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы, 7беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.
8Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтәһе өсөн дә яҡшы һәм файҙалы. 9Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ. 10Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт. 11Ундай кешенең боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм гонаһ эшләүсе икәнен беләһең бит, бының менән ул үҙен үҙе хөкөмгә дусар итә.
Сәләмдәр
12Һинең яныңа Артемасты йәки Тухикусты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополисҡа килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен. 13Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр. 14Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
15Минең менән бергә булғандарҙың бөтәһе лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Һәммәгеҙгә лә мәрхәмәт булһын.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in