YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 5

5
Аҡланыуҙың һөҙөмтәһе
1Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты. 2Мәсих беҙгә Алланың мәрхәмәт ишеген асып бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ. 3Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттән сыҙамлыҡ тыуғанын беләбеҙ. 4Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә. 5Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырҙы.
6Беҙ әле ярҙамға мохтаж булғанда, Алла билдәләгән бер ваҡытта Мәсих аллаһыҙҙар өсөн үлде. 7Кемдең дә булһа хатта тәҡүә кеше хаҡына үлергә риза булыры икеле, хәйер, кемдер, бәлки, игелекле кеше өсөн үлемгә барырға ла батырсылыҡ итер. 8Алла иһә беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: беҙ гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ Мәсих беҙҙең өсөн үлде. 9Тимәк, беҙ Мәсихтең түгелгән ҡаны арҡаһында аҡланғас, һис һүҙһеҙ, Ул беҙҙе Алланың асыуынан ҡотҡарасаҡ. 10Беҙ Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа, Алла Үҙ Улының үлеме аша беҙҙе Үҙе менән яраштырҙы. Беҙ инде Алла менән татыулашҡанбыҙ икән, әлбиттә, Уның Улының тормошо аша ҡотоласаҡбыҙ. 11Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.
Атабыҙ Әҙәм һәм Мәсих
12Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды. 13Донъяла гонаһ ҡанунға тиклем үк булған, әммә ҡанун булмағанда, гонаһ та иҫәпкә алынмай ине. 14Шуға ҡарамаҫтан, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем дә, Әҙәмдең ғәйебе һымаҡ гонаһ ҡылмаған кешеләр өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән.
Ниндәйҙер кимәлдә, Әҙәм һуңынан килгән Мәсихкә оҡшаған. 15Тик Әҙәмдең енәйәтен Алланың бүләге менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күпме кешене үлемгә дусар иткән, әммә Алланың мәрхәмәте һәм бер Кеше – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ бүләк була. 16Был бүләкте бер кешенең гонаһы менән сағыштырырлыҡ та түгел: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә Алла мәрхәмәте менән бирелгән бүләк бик күп енәйәттәрҙән аҡланыу алып килде. 17Берәүҙең енәйәте арҡаһында донъяла үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге алғандар бигерәк тә бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк. 18Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә. 19Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана. 20Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан. 21Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән булһа, хәҙер Алланың мәрхәмәте лә хаҡлыҡ менән хакимлыҡ итер һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша кешеләрҙе мәңгелек тормошҡа килтерер.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in