YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 15

15
Үҙеңде түгел, башҡаларҙы ҡайғырт
1Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ. 2Һәр беребеҙ башҡаларҙың рухын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ. 3#Зәб 68:10.Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө». 4Изге Яҙмалағы бөтә нәмә, беҙ унан ала торған сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын тип, нәсихәт биреү өсөн яҙылған. 5Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен. 6Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.
Йәһүд булмағандарға Һөйөнөслө Хәбәр
7Шуға күрә, Алла даны өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ. 8Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде. 9#Зәб 17:50; 2 Бат 22:50.Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Шуға ла Һине ят ҡәүемдәр араһында данлармын,
исемеңә мәҙхиә йырлармын».
10 # Ҡнн 32:43. Былай тип тә әйтелгән:
«Ҡәүемдәр, Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ».
11 # Зәб 116:1. Һәм тағы ла:
«Бар ҡәүемдәр, Раббыны маҡтағыҙ,
бөтә өммәттәр, Уны ҙурлағыҙ».
12 # Ишғ 11:1, 10. Ишағыяһ та былай ти:
«Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ килер,
халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер.
Ҡәүемдәр Уға өмөт бағлар».
13Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Үҙенә инаныу аша бөтә шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.
Йәһүд булмағандар араһында хеҙмәт
14Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелеккә тулғанығыҙға, һәр төрлө белемгә өйрәнеп, бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам. 15Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп, ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, – Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша, 16йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам. 17Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булараҡ, Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам. 18Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән, 19мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла Рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Йәрүсәлимдән алып Иллурикон яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем. 20Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем. 21#Ишғ 52:15.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Уның тураһында кемгә әйтелмәгән, шулар күрер,
кем ишетмәгән, шул аңлар».
22Шуның өсөн, күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләп тә, хеҙмәтем арҡаһында бара алманым да инде. 23Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә, 24Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм. 25Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Йәрүсәлимгә юлланам, 26сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. 27Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Йәрүсәлимдәге иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр. 28Мин, ошо эште башҡарғас һәм йыйылған аҡсаны тейешенсә тапшырғас, Испанияға юлланырмын һәм унда барышлай янығыҙҙа туҡталырмын. 29Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.
30Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ. 31Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ. 32Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын. 33Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in