Филиппойҙарға 3
3
Саф иман
1Имандаштарым, инде шуны әйтәм: Раббыла ҡыуаныс табығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар. 2Эт әҙәмдәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ! 3Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар. 4Мин үҙем дә ундай йолаларға таяна алыр инем. Әгәр башҡа берәү тән йолаларына таянырға теләй икән, минең быға нигеҙем нығыраҡ. 5#Баш 17:12.Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынанмын, Бинйәмин ырыуынанмын, ғивриҙәрҙән тыуған ғивримен, ҡанун буйынса фарисей#3:5 Фарисей – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм ағзаһы. Фарисейҙар Муса ҡанунын һәм быуаттар буйына кешеләр тарафынан ҡанунға өҫтәлеп килгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған., 6ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.
7Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең Мәсих хаҡына юғалтыу икәнлеген әле килеп аңланым. 8-9Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу. 10Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм Мәсихтең үлемендә Уға оҡшарға теләйем. 11Шулай мин үленән терелеремә лә өлгәшермен тип өмөтләнәм.
Маҡсатҡа ынтылыу
12Быға өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булғанға күрә мин дә шуға эйә булырға тырышам. 13Имандаштар, мин маҡсатыма өлгәштем тип һанамайым. Ә бары тик үткәнемде онотоп алға ынтылам, 14маҡсатыма – Алла мине күктән Ғайса Мәсихтә алырға саҡырған бүләккә ашҡынам. 15Беҙгә, рухи яҡтан өлгөрөп еткәндәргә, шундай фекерҙә булыу зарур. Әгәр берәй нәмәлә башҡасараҡ фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны ла һеҙгә асып бирер. 16Бары тик өлгәшкәндәребеҙгә ярашлы йәшәйек.
17Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ. 18Күптәр Мәсихтең арҡысаҡтағы үлеменә дошман булып йәшәй бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм. 19Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай. 20Беҙҙең ватаныбыҙ – күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ. 21Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм Үҙенә бөтә нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.
Currently Selected:
Филиппойҙарға 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023