Иҫәп 7
7
Ырыу башлыҡтарының Раббыға биргән бүләктәре
1Изге сатырҙы ҡороп бөткәс, Муса уны барлыҡ кәрәк-ярағы менән, шулай уҡ ҡорбан усағын бөтә кәрәк-ярағы менән мәсехләп изгеләндерҙе. 2Шунан Исраил етәкселәре, йәғни халыҡ һанын алыу өсөн яуаплы булған ырыу һәм ғаилә башлыҡтары саҙаҡалар алып килде. 3Улар, Раббыға бағышлап, алты ылау менән ун ике үгеҙ, йәғни һәр ике башлыҡтан бер ылау менән һәр бер башлыҡтан берәр үгеҙ килтереп, сатыр алдына ҡуйҙылар.
4Раббы Мусаға былай тине:
5– Һин быларҙы ал. Улар Осрашыу сатырында хеҙмәт башҡарыу өсөн булыр. Һәр береһенең вазифаһына ҡарап, уларҙы левиҙәргә таратып бир.
6Муса ылауҙар менән үгеҙҙәрҙе левиҙәргә таратып бирҙе. 7Ике ылау менән дүрт үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Гершон тоҡомона бирҙе. 8Дүрт ылау менән һигеҙ үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Мерари тоҡомона тапшырҙы. Улар Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар күҙәтеүе аҫтында эшләй ине. 9Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине.
10Ҡорбан усағын мәсехләгән көндә башлыҡтар бағышлау бүләге алып килделәр һәм ҡорбан усағы алдына ҡуйҙылар. 11Сөнки Раббы Мусаға:
– Көн һайын берәр башлыҡ сиратлап, ҡорбан усағын бағышлау өсөн саҙаҡа килтерһен, – тигәйне.
12Беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Йәһүҙә ырыуынан Ғамминадав улы Нахшон алып килде. 13Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 14хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 15тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 16гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 17татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғамминадав улы Нахшон алып килгән саҙаҡалар бына шулар.
18Икенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Исасхар ырыуының башлығы Суғар улы Неҫанил алып килде. 19Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 20хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 21тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 22гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 23татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Суғар улы Неҫанил алып килгән саҙаҡалар бына шулар.
24Өсөнсө көндө үҙенең саҙаҡаларын Зевулун ырыуының башлығы Хелон улы Әлиав алып килде. 25Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 26хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 27тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 28гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 29татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Хелон улы Әлиав алып килгән саҙаҡалар бына шулар.
30Дүртенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Рәүвән ырыуының башлығы Шедеур улы Әлисур алып килде. 31Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 32хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 33тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 34гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 35татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Шедеур улы Әлисур алып килгән саҙаҡалар бына шулар.
36Бишенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Шимғон ырыуының башлығы Суришаддай улы Шелумиил алып килде. 37Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 38хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 39тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 40гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 41татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Суришаддай улы Шелумиил алып килгән саҙаҡалар бына шулар.
42Алтынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Ғад ырыуының башлығы Деғуил улы Әлъясаф алып килде. 43Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 44хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 45тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 46гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 47татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Деғуил улы Әлъясаф алып килгән бүләктәр бына шулар.
48Етенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Әфраим ырыуының башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ алып килде. 49Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 50хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 51тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 52гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 53татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғаммиһуд улы Әлишамағ алып килгән бүләктәр бына шулар.
54Һигеҙенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Менашше ырыуының башлығы Педаһсур улы Гамлиил алып килде. 55Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 56хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 57тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 58гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 59татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Педаһсур улы Гамлиил алып килгән бүләктәр бына шулар.
60Туғыҙынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Бинйәмин ырыуының башлығы Ғидғони улы Авидан алып килде. 61Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 62хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 63тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 64гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 65татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғидғони улы Авидан алып килгән бүләктәр бына шулар.
66Унынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Дан ырыуының башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер алып килде. 67Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 68хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 69тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 70гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 71татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғаммишаддай улы Ахиғәзер алып килгән бүләктәр бына шулар.
72Ун беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Ашер ырыуының башлығы Ғохран улы Пағиил алып килде. 73Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 74хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 75тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 76гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 77татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғохран улы Пағиил алып килгән бүләктәр бына шулар.
78Ун икенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Нафтали ырыуының башлығы Ғенан улы Ахирағ алып килде. 79Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 80хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 81тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 82гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 83татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғенан улы Ахирағ алып килгән бүләктәр бына шулар.
84Ҡорбан усағын мәсехләп бағышлаған көндө Исраил башлыҡтары алып килгән бүләктәр ошолар ине: ун ике көмөш тәрилкә, ун ике көмөш сеүәтә, ун ике алтын һауыт; 85һәр көмөш тәрилкәнең ауырлығы – изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ, һәр көмөш сеүәтәнең ауырлығы изге шекелгә күрә етмеш шекел булып, көмөштөң дөйөм ауырлығы изге шекелгә күрә ике мең дүрт йөҙ шекел булды; 86хуш еҫле сайыр тултырылған ун ике алтын һауыт: һәр һауыттың ауырлығы изге шекелгә күрә ун шекел булып, ун ике алтын һауыттың дөйөм ауырлығы йөҙ егерме шекел булды. 87Тотош яндырыу ҡорбанына ун ике үгеҙ башмаҡ, ун ике һарыҡ тәкәһе, бер йәшлек ун ике тәкә бәрәс һәм улар менән бергә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ ҡорбаны өсөн ун ике кәзә тәкәһе; 88татыулыҡ ҡорбанына егерме дүрт үгеҙ, алтмыш һарыҡ тәкәһе, алтмыш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек алтмыш тәкә бәрәс. Мәсехләгәндән һуң ҡорбан усағын бағышлау өсөн килтерелгән саҙаҡалар бына шулар.
89Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.
Currently Selected:
Иҫәп 7: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023