YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 5

5
Тупламды таҙа тотоу тураһында
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға әйт, йоғошло сир менән ауырығандарҙың, ағынтыһы булғандарҙың һәммәһен, мәйеткә ҡағылып нәжесләнгәндәрҙең барсаһын тупламдан сығарып ебәрһендәр. 3Тупламды нәжесләмәһендәр өсөн ундайҙарҙы – ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла – тупламдан ситкә ҡыуығыҙ, сөнки унда, исраилдар араһында, Мин йәшәйем.
4Исраилдар шулай итте, ундайҙарҙы тупламдарынан сығарып ебәрҙе. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, исраилдар шулай эшләне.
5Раббы Мусаға былай тине:
– Исраилдарға еткер: 6әгәр берәй ир йәки ҡатын башҡа берәй кешегә ҡарата гонаһ ҡылып, ошоноң менән Раббы ҡаршыһында енәйәт эшләһә, ғәйепле була. 7Ул ҡылған гонаһын таныһын; килтергән зыяны өсөн шул кешегә йолом түләһен һәм шуға йолом хаҡының тағы ла биштән бер өлөшөн өҫтәһен. 8Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен. 9Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы, 10кемдең дә булһа берәйһенең уға тип бағышлағаны ла – уныҡы. Ҡаһинға кем нимә бирһә, шул уныҡы һанала.
11Раббы Мусаға былай тине:
12– Исраилдарға шуны белдер: әгәр берәй ҡатын, иренә хыянат ҡылып, уға тоғролоғон боҙһа, 13икенсе ир уның менән яҡынлыҡ ҡылып, был хаҡта ире белмәһә, ҡатын, йәшертен генә ошолай нәжесләнеп тә, шаһит булмағанлыҡтан тотолмаһа, 14әммә нәжесләнгән ҡатындың ирендә көнсөллөк уянһа, йәки көнсөл ир тоғро ҡатынынан шикләнә башлаһа, 15ул ҡатынын ҡаһин янына килтерһен. Ҡатыны өсөн ҡорбанға бер эфа#5:15 Эфа – ашлыҡ, ярма, он үлсәү берәмеге, яҡынса 22 л. арпа ононоң ундан бер өлөшөн алып килһен, тик онға зәйтүн майы ҡоймаһын, ладан һалмаһын, сөнки был – көнсөллөк өсөн икмәк саҙаҡаһы, ғәйепте хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһы.
16Ҡаһин ҡатынды Раббы алдына килтерһен, 17балсыҡ көршәккә изге һыу ҡойһон, Изге сатыр иҙәненән алынған тупраҡты һыуға һалһын. 18Шунан ҡатынды Раббы ҡаршыһына баҫтырһын да яулығын систерһен, ҡулына гонаһты хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһын – көнсөллөк саҙаҡаһын тотторһон. Ә ҡаһин ҡулында ҡәһәр төшөрә торған әсе һыу булыр. 19Ҡаһин, ҡатынды ант иттертеп, уға былай тип әйтер: «Әгәр һинең менән ситтәрҙән берәү ҙә яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, һин нәжесләнмәгән, иреңә хыянат итмәгән булһаң, ҡәһәр төшөрөүсе ошо әсе һыу һиңә зыян килтермәҫ». 20Әгәр ҡатын иренә хыянат итеп, нәжесләнһә, иренән башҡа берәү уның менән яҡынлыҡ ҡылған булһа, 21ул саҡта ҡаһин ҡатынды ҡәһәр анты менән ҡарғап: «Раббы һинең миҫалыңда халҡыңа нисек ҡәһәрҙең ғәмәлгә ашҡанын күрһәтһен, – тиһен. – Раббы ҡарыныңды буш итһен, ҡорһағыңды күптерһен. 22Ҡәһәр төшөрә торған ошо һыу, һинең ҡорһағыңды күптерер һәм ҡарыныңды буш итер өсөн, эсеңә үтеп инһен», – тиһен. Ҡатын иһә: «Амин, амин», – тип раҫлаһын.
23Ҡаһин ошо ҡәһәрҙәрҙе яҙһын да яҙыуҙы әсе һыуға йыуып төшөрһөн. 24Ҡәһәр төшөрә торған әсе һыуҙы ҡатынға эсергә бирһен; был һыу, ҡатындың эсенә төшөп, ауыр ғазаптарға килтерер сара булыр. 25Шунан ҡаһин, ҡатын ҡулынан көнсөллөк саҙаҡаһы итеп килтерелгән икмәкте алып, уны Раббы ҡаршыһында күтәреп һелкһен дә ҡорбан усағына килтерһен. 26Ҡаһин икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа ҡорбан усағында яндырыр, шунан һыуҙы ҡатынға эсерер. 27Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор. 28Әгәр ҡатын нәжесләнмәгән һәм пак булһа, зыян күрмәҫ, балаға уҙыр хәлдә ҡалыр.
29Көнсөллөк хаҡындағы ҡанун ошо: ҡатын иренә хыянат итеп нәжесләнһә 30йәки ирендә, шик тыуып, ҡатынына ҡарата көнсөллөк уянһа, ул ҡатынын Раббы алдына китереп баҫтырһын. Ҡаһин иһә был ҡатын менән алда әйтелгән ҡанун нигеҙендә эш итһен. 31Шул осраҡта ир язаһыҙ ҡалһын, ә ҡатын ғәйебенең язаһын үҙ иңендә күтәрер.

Currently Selected:

Иҫәп 5: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for Иҫәп 5