YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 35

35
Левиҙәргә бирелгән ҡалалар
1Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға бойороҡ бир, мөлкәт итеп алған биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар, ҡалалар тирәләй көтөүлектәр бүлһендәр: 3ҡалалар уларға йәшәр өсөн, көтөүлектәр уларҙың мал-тыуары, көтөүҙәре һәм башҡа хайуандары өсөн булыр. 4Ҡалалар янында левиҙәргә бирелергә тейешле көтөүлектәр ҡала диуарынан алып һәр яҡҡа ла меңәр терһәккә һуҙылырға тейеш. 5Ҡала көтөүлек уртаһында ҡалырлыҡ итеп, уның диуарынан көнсығышҡа, көньяҡҡа, көнбайышҡа һәм төньяҡҡа икешәр мең терһәк ер үлсәп сик билдәләгеҙ – ҡала тирәһендәге был ерҙәрҙә левиҙәрҙең көтөүлектәре булыр.
Һыйыныу ҡалалары
6Левиҙәргә һеҙ бирәһе ҡалаларҙан алтауһы һыйыныу өсөн булыр – кеше үлтереүселәргә һеҙ шунда ҡасырға рөхсәт итерһегеҙ. Левиҙәргә был алтауҙан тыш тағы ла ҡырҡ ике ҡала бирегеҙ. 7Шулай итеп, левиҙәргә көтөүлектәр менән бергә һеҙ бирергә тейешле ҡалалар бөтәһе ҡырҡ һигеҙ булыр. 8Исраилдар биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар биргәндә ҙурыраҡ ырыуҙарҙан – күберәк, бәләкәйерәгенән аҙыраҡ бирегеҙ. Һәр ырыу, ниндәй биләмә алыуынан сығып, левиҙәргә үҙ ҡалаларынан өлөш бирһен.
9Раббы Мусаға былай тине:
10– Исраилдарға иғлан ит: Иорданды кисеп Ҡәнғән еренә сыҡҡас, 11яңылыштан кеше үлтергән кешеләр ҡаса алһын өсөн, һыйыныу ҡалалары һайлап алығыҙ. 12Әҙәм үлтергән кеше йәмғиәт алдында хөкөмгә баҫтырылғанға тиклем харап ителеп ҡуймаһын өсөн ҡан өсөн ҡан тип үс алыусынан ҡасып торорға ошо ҡалаларығыҙ булыр. 13Һыйыныу өсөн һеҙ бирергә тейешле ҡалалар алтау булһын: 14өс ҡаланы Иордандың был яғынан, өсәүһен Ҡәнғән ерендә бирегеҙ. Улар һыйыныу ҡалалары булыр. 15Яңылыштан кеше үлтергән һәр кем – исраилдар ҙа, килмешәктәр ҙә, йәшәргә индерелгән бүтән әҙәмдәр ҙә – был алты ҡалаға һыйына алыр.
16Әгәр берәү тимер ҡорал менән икенсе берәүгә һуҡһа һәм уны үлтерһә, ул – кеше үлтереүсе: ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш. 17Әгәр ҙә берәү кешене үлтерерлек ҙур таш менән берәйһенә һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш. 18Әгәр берәйһе икенсе берәүгә кеше үлтерерлек ағас ҡорал менән һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш. 19Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен. 20Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә, 21йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала.
22Берәү берәүҙе дошманлашмаҫтан яңылыш төртһә йәки уға яман уйһыҙ берәй әйбер ташлаһа, 23йәки күрмәйенсә берәйһе өҫтөнә кеше үлтерерлек таш төшөрһә, әммә араларында дошманлыҡ һәм яуыз ниәт булмаһа, ә быныһы үлһә, 24ул сағында йәмғиәт үлтереүсе менән ҡан өсөн үс алыусы бәхәсен ошо күрһәтмәләр буйынса хәл итергә тейеш. 25Йәмғиәт үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусы ҡулынан араларға һәм уны ул ҡасҡан һыйыныу ҡалаһына ҡайтарырға тейеш, үлтереүсе бында изге май менән мәсехләнгән баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә тейеш. 26Әгәр үлтереүсе ҡасҡан һыйыныу ҡалаһынан ситкә сыҡһа, 27ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ, 28сөнки үлтереүсе һыйыныу ҡалаһында баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә, баш ҡаһиндың вафатынан һуң ғына үҙ биләмәһенә ҡайтырға тейеш. 29Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ошолар быуындан-быуынға ҡарар һәм ҡағиҙәләр булһын.
30Әгәр берәйһе икенсе берәүҙе үлтерһә, ул шаһиттар һүҙенә ҡарап үлем язаһына дусар ителһен. Әммә үлемгә хөкөм итер өсөн бер генә шаһит етмәй. 31Үлем язаһына лайыҡ булған үлтереүсенең йәне өсөн йолом алмағыҙ, сөнки ул үлемгә дусар ителергә тейеш. 32Һыйыныу ҡалаһына ҡасҡан кеше баш ҡаһиндың вафатына тиклем үҙ еренә ҡайтып йәшәй алһын өсөн йолом алмағыҙ. 33Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була. 34Үҙегеҙ көн иткән, Мин һеҙҙең арала йәшәгән ерҙе нәжесләргә тейеш түгелһегеҙ, сөнки Мин, Раббы, исраилдар араһында йәшәйем.

Currently Selected:

Иҫәп 35: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in