Иҫәп 29
29
Борғолар байрамы ҡорбандары
1Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын. 2Раббыға күркәм хуш еҫ, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. 3-4Былар янына, зәйтүн майына бутап, башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һарыҡ тәкәһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 5Үҙегеҙҙе пакландырыу өсөн гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе тәҡдим итегеҙ. 6Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.
Гонаһтарҙан пакланыу көнө ҡорбандары
7Етенсе айҙың унынсы көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, көндәлек эштәрҙе башҡармағыҙ. 8Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. Улар кәмселекһеҙ булһын. 9-10Былар янына, зәйтүн майына бутап, үгеҙ башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һарыҡ тәкәһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 11Шулай уҡ гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе алып килегеҙ. Пакланыу көнөндә килтерелә торған гонаһ ҡорбанына, көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелергә тейеш булған икмәк саҙаҡаһына һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ быларҙы.
Ҡыуыш байрамы ҡорбандары
12Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ. 13Тотош яндырыу ҡорбаны, йәғни ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ун өс үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдар кәмселекһеҙ булһын. 14-15Ун өс үгеҙ башмаҡтың һәр береһе менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, ике һарыҡ тәкәһенең һәр береһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ун дүрт тәкә бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. 16Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
17Икенсе көндө ун ике үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. 18Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. 19Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
20Өсөнсө көндө ун бер үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. 21Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. 22Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
23Дүртенсе көндө ун үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. 24Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. 25Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
26Бишенсе көндө туғыҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. 27Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. 28Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе килтерелһен; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
29Алтынсы көндө һигеҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. 30Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. 31Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
32Етенсе көндө ете үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. 33Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. 34Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
35Һигеҙенсе көндө һеҙҙә изге йыйын булһын, бер эш тә эшләмәгеҙ. 36Тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ут ҡорбаны килтерегеҙ: бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс, улар кәмселекһеҙ булһын. 37Был ҡорбандар менән бергә, башмаҡ, һарыҡ тәкәһе, бәрәстәр һанына ярашлы, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан 38һәм гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе килтерелһен; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.
39Билдәләнгән байрамдарығыҙҙа Раббыға килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан, татыулыҡ ҡорбандары ана шулар. Уларҙы әйткән нәҙерегеҙ буйынса, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән килтерә торған саҙаҡаларға өҫтәмә рәүештә тәҡдим итегеҙ».
Currently Selected:
Иҫәп 29: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: