YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 26

26
Исраилдарҙы икенсе тапҡыр иҫәпкә алыу
1Үләттән һуң, Раббы Муса менән Һарун улы Әлғазар ҡаһинға былай тине:
2– Исраил йәмғиәтенең бөтә улдары, егерме йәше тулғандар һәм унан өлкәндәр араһынан, бөтә нәҫел-нәсәбе буйынса, исраилдарҙың һуғышҡа яраҡлыларын иҫәпләгеҙ.
3Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Муса менән Әлғазар ҡаһин халыҡҡа былай тине:
4– Раббының Мусаға биргән бойороғон үтәп, егерме йәше тулып уҙған бөтә ир затын иҫәпләгеҙ.
Бына Мысыр еренән сыҡҡан Исраил улдары:
5Исраилдың баш балаһы – Рәүвән. Рәүвән улдары: Ханохтан – Ханох нәҫеле, Паллуҙан – Паллу нәҫеле, 6Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Кармиҙан – Карми нәҫеле. 7Рәүвәндәрҙең нәҫелдәре бына шулар. Иҫәпкә алынғандарҙың һаны ҡырҡ өс мең ете йөҙ утыҙ кеше булды. 8Паллуҙың улы – Әлиав. 9Әлиавтың улдары – Немуил, Даҫан һәм Авирам. Даҫан менән Авирам, халыҡ башлыҡтарынан булып, Ҡорах яҡлылар менән бергә Мусаға һәм Һарунға ҡаршы сыҡҡайны һәм Раббыға ҡаршы баш күтәргәйне. 10Шул ваҡытта ер, ярылып китеп, уларҙы йотҡайны – Ҡорах һәм уның яҡлылар һәләк булғайны. Ике йөҙ илле кешене ялҡын көйҙөрөп үлтергәйне һәм улар иҫкәртеүсе билдә булғайны. 11Ләкин Ҡорахтың улдары үлмәгәйне.
12Нәҫелдәренә күрә шимғондар: Немуилдан – Немуил нәҫеле, Яминдан – Ямин нәҫеле, Яхиндан – Яхин нәҫеле, 13Зерахтан – Зерах нәҫеле, Шаулдан – Шаул нәҫеле. 14Шимғон нәҫелдәренән иҫәпкә алынғандар барлығы егерме ике мең ике йөҙ кеше булды.
15Нәҫелдәренә күрә Ғад улдары: Сефондан – Сефон нәҫеле, Хаггиҙан – Хагги нәҫеле, Шуниҙан – Шуни нәҫеле, 16Озниҙан – Озни нәҫеле, Ғериҙан – Ғери нәҫеле, 17Ародтан – Арод нәҫеле, Арелиҙан – Арели нәҫеле. 18Ғад улдарының нәҫелдәренән иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ мең биш йөҙ кеше булды.
19Йәһүҙәнең улдары Ғер һәм Онан. Улар Ҡәнғән ерендә үлеп ҡалғайны. 20Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле. 21Пәрәс улдары: Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Хамулдан – Хамул нәҫеле. 22Йәһүҙә нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы етмеш алты мең биш йөҙ кеше булды.
23Нәҫелдәренә күрә Исасхар улдары: Толағтан – Толағ нәҫеле, Пуанан – Пуа нәҫеле, 24Яшувтан – Яшув нәҫеле, Шимрондан – Шимрон нәҫеле. 25Исасхар нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш дүрт мең өс йөҙ кеше булды.
26Нәҫелдәренә күрә зевулундар: Сәрәдтән – Сәрәд нәҫеле, Элондан – Элон нәҫеле, Яхлеилдан – Яхлеил нәҫеле. 27Зевулун нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш мең биш йөҙ кеше булды.
28Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары: Менашше менән Әфраим. 29Менашше улдары: Махирҙан Махир нәҫеле таралды, Ғилғәд Махирҙан тыуҙы. Ғилғәдтән – Ғилғәд нәҫеле. 30Былар Ғилғәд улдары: Иғәзәрҙән – Иғәзәр нәҫеле, Хелеҡтан – Хелеҡ нәҫеле, 31Асриилдан – Асриил нәҫеле, Шәхәмдән – Шәхәм нәҫеле, 32Шемидағтан – Шемидағ нәҫеле, Хефәрҙән – Хефәр нәҫеле. 33Хефәр улы Селофхадтың улдары булманы, ҡыҙҙары ғына бар ине. Селофхад ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса булды. 34Менашше нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы илле ике мең ете йөҙ кеше ине.
35Нәҫелдәренә күрә Әфраим улдары: Шуҫелахтан – Шуҫелах нәҫеле, Бәхәрҙән – Бәхәр нәҫеле, Тахандан – Тахан нәҫеле. 36Шуҫелах улдары: Ғерандан – Ғеран нәҫеле. 37Нәҫелдәренә күрә Әфраим улдарының иҫәпкә алынғандары барлығы утыҙ ике мең биш йөҙ кеше булды.
Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары шулар.
38Нәҫелдәренә күрә Бинйәминдәр: Белағтан – Белағ нәҫеле, Ашбелдан – Ашбел нәҫеле, Ахирамдан – Ахирам нәҫеле, 39Шефуфамдан – Шефуфам нәҫеле, Хуфамдан – Хуфам нәҫеле. 40Белағтың улдары Ард һәм Нағаман исемле ине. Ардтан – Ард нәҫеле, Нағамандан – Нағаман нәҫеле. 41Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин улдары шуларҙан ғибәрәт. Иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ биш мең алты йөҙ кеше ине.
42Нәҫелдәренә күрә Дан улдары: Шухамдан – Шухам нәҫеле. Былар – Дандан таралған нәҫелдәр. 43Шухам нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш дүрт мең дүрт йөҙ кеше ине.
44Нәҫелдәренә күрә Ашер улдары: Имнанан – Имна нәҫеле, Ишуиҙан – Ишуи нәҫеле, Бериғанан – Бериға нәҫеле. 45Бериға улдары: Хәвәрҙән – Хәвәр нәҫеле, Малкиилдан – Малкиил нәҫеле. 46Ашерҙың Сәрах исемле ҡыҙы бар ине. 47Нәҫелдәренә күрә ашерҙарҙың иҫәпкә алынғандары барлығы илле өс мең дүрт йөҙ кеше булды.
48Нәҫелдәренә күрә Нафтали улдары: Яхсеилдан – Яхсеил нәҫеле, Гуниҙан – Гуни нәҫеле, 49Йесәрҙән – Йесәр нәҫеле, Шиллемдан – Шиллем нәҫеле. 50Нәҫелдәренә күрә нафталиҙар шуларҙан ғибәрәт, иҫәпкә алынғандары барлығы ҡырҡ биш мең дүрт йөҙ кеше булды. 51Шулай итеп, Исраил йәмғиәтендә иҫәпкә алынған ир-ат һаны алты йөҙ бер мең ете йөҙ утыҙ кеше булды.
52Раббы Мусаға былай тине:
53– Ер ырыуҙарҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленергә тейеш. 54Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен. 55Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен. 56Күп һанлыларға ла, аҙ һанлыларға ла йәрәбәгә сыҡҡан ер бирелһен.
57Нәҫелдәренә күрә иҫәпкә алынған левиҙәр: Гершондан – Гершон нәҫеле, Ҡыһаҫтан – Ҡыһаҫ нәҫеле, Мерариҙан – Мерари нәҫеле.
58Ливни, Хеврон, Махли, Муши, Ҡорах нәҫелдәре лә Леви ырыуыныҡылар.
Ҡыһаҫ – Ғамрамдың атаһы. 59Ғамрамдың ҡатыны Йохәвәд Левиҙең Мысырҙа тыуған ҡыҙы ине. Йохәвәд Ғамрамға Һарунды, Мусаны һәм уларҙың һеңлеһе Мирйәмде табып бирҙе. 60Һарундан Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар донъяға килде. 61Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы хозурына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн харап булғайны.
62Леви ырыуында бер айлыҡтан башлап ир затынан йәмғеһе егерме өс мең кеше иҫәпкә алынғайны. Ләкин улар исраилдар менән бергә һаналманы, сөнки исраилдар араһында уларға биләмәгә ер бирелергә тейеш түгел ине.
63Муса менән Әлғазар ҡаһин исраилдарҙы Моав тигеҙлегендә Иордан буйындағы Йерихо ҡаршыһында һанаған саҡта иҫәпкә ингәндәр бына шулар булды. 64Әммә улар араһында Муса менән Һарун ҡаһин Синай сүлендә һанаған исраилдарҙың береһе лә юҡ ине, 65сөнки Раббы, улар сүлдә үлеп ҡалыр, тип әйткәйне. Шулай итеп, Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа, уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.

Currently Selected:

Иҫәп 26: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in