YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 25

25
Исраилдарҙың Пеғор Бәғеленә табыныуы
1Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы. 2Ҡыҙҙар уларҙы үҙ илаһтарына килтерелгән ҡорбан табындарына саҡырҙы, халыҡ шул ҡорбан ризыҡтарын ашаны, уларҙың илаһтарына баш эйҙе. 3Исраилдар Пеғор Бәғеленә табына башланы. Раббының шул арҡала исраилдарға асыуы ҡабарҙы.
4Раббы Мусаға былай тине:
– Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр.
5Муса Исраил башлыҡтарына:
– Һәр берегеҙ үҙ кешеләрегеҙ араһында Пеғор Бәғеленә табынғандарҙың бөтәһен дә үлтерегеҙ, – тине.
6Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты. 7Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас, быны күреп, йәмғиәт араһынан ҡуҙғалды һәм ҡулына һөңгө алды ла 8баяғы исраил ире артынан сатыр эсенә инде һәм икеһен дә, исраилды ла, ҡатынды ла ҡорһаҡтарына сәнсеп үлтерҙе. Ошонан һуң исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды. 9Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине.
10Раббы Мусаға былай тине:
11– Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас Минең исраилдарға төшкән асыуымды баҫты. Ул исраилдар араһында башҡа илаһтарға табыныуға түҙеп торманы, юғиһә Мин ярһыуымдан уларҙы юҡ итеп бөтөргән булыр инем. 12Шуға күрә уға әйт: Мин уның менән именлек килешеүе төҙөйөм. 13Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм.
14Мидйән ҡатыны менән бергә үлтерелгән исраил кешеһе Салу улы Зимри исемле булып, Шимғон ырыуы нәҫелдәренең береһенең башлығы ине. 15Мидйән ҡатынының исеме иһә Козби, ул мидйән ҡәбиләһе башлығы Сурҙың ҡыҙы ине.
16Раббы Мусаға былай тине:
17– Мидйәндәр менән дошманлашығыҙ, ҡырығыҙ! 18Сөнки улар һеҙгә дошманлыҡ ҡылып, Пеғорҙағы ваҡиға аша һеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Бынан тыш, Пеғорҙа үләт хакимлыҡ иткән көндө үлгән ҡыҙ ҡәрҙәштәре – мидйәндәрҙең ҡәбилә башлығының ҡыҙы Козби – менән әүрәтеп, һеҙҙең менән мәкерле эш итте.

Currently Selected:

Иҫәп 25: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in