Иҫәп 21
21
Ғарад батшаһын еңеү
1Негевта йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең Ғарад төбәге батшаһы, исраилдарҙың Аҫарим юлынан килгәнен ишетеп, уларға һөжүм итте һәм бер нисәүһен әсиргә алды. 2Исраилдар иһә Раббыға нәҙер әйтте: «Әгәр шул халыҡты беҙҙең ҡулыбыҙға бирһәң, уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса юҡ итербеҙ», – тинеләр. 3Раббы исраилдарҙы ишетте һәм Ҡәнғән халҡын уларға тапшырҙы. Исраилдар уларҙың үҙҙәрен дә, ҡалаларын да харам ҡылды#21:3 Харам ҡылыу – йәһүд телендә Раббыға бағышлауҙы – харам ҡылыуҙы, йәғни тулыһынса юҡ итеүҙе аңлата. Шул рәүешле Раббыға бағышланған нәмәне ҡулланырға ярамаған, ул тулыһынса юҡ ителергә тейеш булған.. Шуға күрә был урын Хорма тип аталды.
Баҡыр йылан
4Һор тауынан улар, Эдомды урап үтергә тип, Ҡамышлы диңгеҙ буйлап китте. Юлда халыҡ түҙемлеген юғалта башланы. 5Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо:
– Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр.
6Шул саҡ Раббы халыҡҡа ағыулы йыландар ебәрҙе. Исраилдар араһынан күптәрҙе йылан сағып үлтерҙе.
7Халыҡ Мусаға килде:
– Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын.
Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы. 8Раббы Мусаға былай тине:
– Үҙеңә йылан һыны яһап ал, уны оҙон бер таяҡҡа тағып ҡуй, сағылған әҙәм уға ҡараһа, тере ҡалыр.
9Муса баҡыр йылан яһаны, уны таяҡҡа тағып ҡуйҙы һәм йыландан сағылыусылар, баҡыр йыланға ҡарап, тере ҡалды.
Моавҡа юлланыу
10Исраилдар бара-бара, Овоҫҡа килеп туҡтаны. 11Овоҫтан китеп, Ғийе-Һағаваримда, Моавтың көнсығышындағы сүлдә сатыр ҡорҙолар. 12Унан ары Зеред үҙәнендә туҡтанылар. 13Ул урындан китеп, Арнон йылғаһы аръяғында, әмөриҙәр сигендә, урынлаштылар. Арнон Моав менән әмөриҙәр ере араһындағы сик буйлап аға ине. 14-15Шуға ла Раббының Яуҙар китабында:
«Суфалағы Уаһеб та, тарлауыҡтар ҙа, Арнон йылғаһы ла, Ғар ҡалаһына һырығып Моав сиктәренә һуҙылған һөҙәклектәр ҙә», – тип әйтелгән.
16Бынан Беерға#21:16 Беер – йәһүд телендә «ҡоҙоҡ» тигән мәғәнәлә. ҡарай киттеләр. Раббының Мусаға: «Халыҡты йый, уларға һыу бирермен», – тигән ҡоҙоғо бына ошо була инде.
17Ул мәлдә исраилдар былай тип йырланы:
«Эй ҡоҙоҡ, һыу менән тул!
Ҡоҙоҡ хаҡында йырлағыҙ!
18Һин – башлыҡтар ҡаҙған,
Хөкөмдарлыҡ таяҡтары, юл таяҡтары менән
Халыҡтың арҙаҡлылары ҡаҙған ҡоҙоҡ».
Исраилар сүллектән Маттанаға йүнәлде, 19Маттананан – Нахалиилға, Нахалиилдан – Бамоҫҡа, 20Бамоҫтан Йешимон сүлендә ҡалҡып торған Писга тауына табан Моав ерендәге үҙәнлеккә юлландылар.
Сихон батша менән Ғоғ батшаның еңелеүе
21-22Исраилдар әмөриҙәр батшаһы Сихонға:
– Беҙгә үҙ ереңдән үтеп китергә рөхсәт итһәң ине, баҫыуҙарыңа ла, йөҙөм баҡсаларыңа ла тайпылмабыҙ, ҡоҙоҡтарыңдан эсмәбеҙ, ерҙәреңде үткәнсе Батша юлынан ғына барырбыҙ, – тигән үтенес менән илселәрен ебәрҙе.
23Сихон исраилдарға үҙ биләмәләре аша үтергә рөхсәт бирмәне, ғәскәрен йыйып уларға ҡаршы сүллеккә сыҡты ла Яһаста һөжүм итте. 24Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, Ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине. 25Исраилдар әмөриҙәрҙең барлыҡ ҡалаларын алды, Хешбонда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа урынлашты. 26Хешбон әмөри батшаһы Сихондың ҡалаһы ине. Сихон, Моавтың элекке батшаһы менән һуғышып, уның Арнонға тиклемге бөтә ерҙәрен баҫып алғайны. 27Шуға ла шағирҙар былай ти:
«Хешбонға килегеҙ,
Әйҙә яңынан төҙөлһөн,
Сихондың ҡалаһы нығынһын.
28Сөнки ут сыҡты Хешбондан,
Ялҡын сыҡты Сихон ҡалаһынан,
Моавтың Ғар ҡалаһын ялманы,
Арнондағы табыныу ҡалҡыулыҡтарының
Хужаларын ялмап юҡ итте.
29Ҡайғы һиңә, Моав!
Һәләк булдың, Кемошҡа табынған халыҡ!
Тырым-тырағай ҡасты улдары,
Ә ҡыҙҙары әсирлеккә төштө
Әмөри батшаһы Сихонға.
30Уларҙы беҙ уҡтан үткәрҙек.
Хешбондан Дивонғаса һәләк булды барыһы.
Медеваға, Нофахҡа тиклем ерҙәрен
Беҙ бушлыҡҡа әйләндерҙек».
31Шулай итеп, исраилдар әмөриҙәр ерендә төпләнде. 32Муса Яғзер ҡалаһын ҡарап ҡайтырға тип кешеләрен ебәрҙе. Шунан исраилдар был ҡала менән тирә-яғындағы ауылдарҙы баҫып алдылар, унда йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыуҙылар.
33Артабан исраилдар, бынан боролоп, Башанға бара торған юл менән китте. Башан батшаһы Ғоғ менән бөтә ғәскәре Әдрәғи ҡалаһы янында уларға ҡаршы һуғышырға сыҡты. 34Раббы Мусаға:
– Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең.
35Исраилдар Ғоғты, уның улдарын һәм бөтә ғәскәрен һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып, ерҙәренә хужа булды.
Currently Selected:
Иҫәп 21: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023